Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
20 Апрель 2023, 22:26

Үрсетмәләрегеҙ асыҡмаһын!

Тәҙрә төбөндәге, түтәлдәрҙәге үҫемлектәребеҙ ҡеүәтле тәбиғи  биопрепараттар ярҙамында көндән-көн нығына, шәбәйә бара. Помидор, борос һәм баклажан үрсетмәләрен аслыҡҡа дусар итеп ҡуймағыҙ – тупраҡта туҡлыҡлы элементтар етерлек күләмдә булһын.  Үҫемлектәрҙе беренсе туҡландырыу күсереп ултыртҡандан һуң  7–10 көндән, даими япраҡтарының икенсе пары сыҡҡас, башҡарыла.  Был саҡта ниндәй ашлама ҡулланырға һуң? 

Бионекс-Кеми ашламаларының отош­ло яҡтары

Өй шарттарындағы үҫемлектәрҙе йомшаҡ  органоминераль ашламалар, шулай уҡ һыуҙа иреүсән комплекслы Бионекс-Кеми ашламалары менән туҡландырырға кәрәк. Бионекс-Кеми ашламалары һәйбәт ирей, туҡлыҡлы матдәләре ҙур концентрациялы (18-әр процент азот, фосфор һәм калий), составы баланслы һәм унда хлор юҡ.

Бионекс-Кеми ашламалары магний, бор, молибден, кобальт, баҡыр, тимер, марганец кеүек макро- һәм микроэлементтар менән дә байытылған, ә улар үҫемлектәрҙәге мө­һим процестар  (фотосинтез, һулыш алыу, күҙәнәктәрҙең бүленеүе һ.б.) өсөн яуаплы. Бар тереклек – үҫемлектәр ҙә, кешеләр ҙә – ошо иҫ китмәле биоген элементтарҙан тора.

Бионекс-Кеми ашламаларының тағы бер шәп яғы – уларҙа кәрәкһеҙ сит ҡушылмалар, шул иҫәптән зарарлы ауыр металдар юҡ.

 

Саманан аштырып ебәрә күрмәгеҙ!

Бионекс-Кеми серияһындағы комплекслы ашламаларҙа минераль тоҙҙар бик юғары концентрацияла тупланған.  Шунлыҡтан миҡ­дар буйынса талаптарҙы теүәл үтәргә кәрәк.  Саманан аштырыу үҫемлектәрҙе һәләк итеүе мөмкин – артығын ҡойһаң,  тамырҙа­рының тупраҡ иретмәһен осмотик һурыуы боҙола, күп һипһәң, япраҡтар көйә. 

Дөрөҫ миҡдарҙы иҫтә ҡалдырыу бик еңел: 1 литр һыуға – 1 балғалаҡ ашлама. Был күләм бөтә үҫемлектәргә, сәскәләргә, йәшел­сәләргә яраҡлы.

 

Дөрөҫ ҡулланыу зарур

Бионекс-Кеми ашламаһы иретмәһен үҫем­лек төбөнә ҡойорға, шулай уҡ  тамырҙан тыш туҡландырыу өсөн дә тотонорға була. Ике осраҡта ла миҡдар бер төрлө. Әммә үҫемлектең төбөнә ҡойоу  7–10 көнгә 1 тап­ҡыр эшләнһә, япраҡтарға һиптереү, үҫемлек­тәрҙең өҫкө өлөшө ярайһы уҡ ҡеүәтләнгәс,  айына 1 тапҡыр ғына башҡарыла. 

Һыуҙа иреүсән универсаль Бионекс-Кеми ашламалары  50 һәм 200 грамлы ҡаптарҙа (өй эсендә һәм баҡсала ҡулланыу өсөн) һатыла.

- Дмитрий СКОТНИКОВ

Читайте нас