Баҡса
2 Май 2023, 09:10

Баҡсасылар өсөн яңы ҡағиҙәләр.

Нимә ярай һәм ярамай?

ковровскиевести.рфковровскиевести.рф
Фото:ковровскиевести.рф

Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған 1500-гә яҡын баҡса ширҡәте иҫәпләнә, ярты миллиондан ашыу кешенең ер биләмәһе бар. Күптәр өсөн был урын – экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек үҫтереү майҙаны ғына түгел, йәй буйы саф һауала ял итеү, ҡаланан ситтә йәшәп алыу мөмкинлеге биргән ер. Шулай ҙа баҡсасыларҙы борсоған проблемалар етерлек:  ер биләмәһенә бәйле ҡанундар үҙгәреп тора, электр менән тәьмин итеү, юлдарҙың насарайыуы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү – барыһы ла көнүҙәк булып ҡала. Баҡсасылар яңы миҙгелде башланы. Уларҙы быйыл төрлө яңылыҡтар көтә. Шуларҙы барлап сығайыҡ.

 

Тәү сиратта ут, һыу, юл булһын

 

Киң таралған һәм иң етди проблемалар иҫәбендә — электр һәм һыу ме­нән тәьмин итеү, юлдарҙың торошо, йәмәғәт транспортының йөрөүе һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу.  Ошо проблемалар араһында электр энергияһы менән тәьмин итеү мәсьәләһе иң ҡатмарлыһы булып ҡала. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, баҡса берләшмәләре балансындағы селтәрҙәрҙең 80-90 проценты туҙған. Баҡсасыларҙың селтәрҙәрҙе тәртипкә һалыу мөмкинлеге булмағанлыҡтан, республика ширҡәттәренең яҡынса 15-20 процентында электр тәьминәте бөтөнләй юҡ. Ошо һәм башҡа күп кенә проблемаларҙы республика Хөкүмә­тенең финанс һәм административ ярҙамында ғына хәл итергә мөмкин. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Баш­лығы Радий Хәбировтың башланғысы менән оҙаҡ йылдар урындан ҡуҙғал­маған был мәсьәлә хәл ителә башланы.

“Иҡтисадыбыҙ кисергән ҡыйын­лыҡтарға ҡарамаҫтан, баҡса­сылар ширҡәттәренә ярҙам итеү өсөн бюджеттан 100 миллион һум бүлергә булдыҡ. Уларҙың яртыһы юлдарҙы ремонтлауға һәм йыһазландырыуға, ҡалған яртыһы электр селтәрҙәрен ремонтлауға тотоноласаҡ. Хәҙергә, әйҙәгеҙ, шунан башлайыҡ, артабан ниндәй эштәр атҡарырға кәрәклеген күрербеҙ”, — тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

Быйыл баҡсасыларға ярҙам програм­маһы киңәйтелә, уны тормошҡа ашырыу өсөн республика 250 миллион һум самаһы аҡса бүлергә ниәтләнә.

Оҙаҡ ваҡыт баҡсасыларҙың хоҡуҡи һәм инфраструктура мәсьәләләрен хәл итеү бөтөнләй атҡарылманы. Хәл 2020 йылда ғына, “Граждандарҙың үҙ мән­фәғәтендә баҡсасылыҡ һәм йәшел­сәселек менән шөғөлләнеүе тураһын­дағы” Федераль закон ғәмәлгә ингәс кенә үҙгәрә башлай. Башҡортостан Хөкүмәте дәүләт ярҙамы күрһәтеү тәртибен раҫланы. Сығымдарҙың 50 процентҡа тиклеменә – электр сымдарын, һыу һәм газ менән тәьмин итеү системаларын, шулай уҡ эске юлдарҙы төҙөүгә һәм төҙөкләндереүгә субсидия бирелә. Кадастр тикшеренеүҙәре, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын туплау урындарын тәртипкә килтереү һәм контейнерҙар һатып алыу өсөн 90 процент күләмендә субсидия алырға мөмкин. 2023 йылда үрҙә телгә алынған эш төрҙәрен субсидиялау өсөн 50 миллион һум бүленәсәк.

Баҡса ширҡәттәренә инеү юлдарын ремонтлау өсөн Башҡортостандың Транспорт министрлығына быйыл туғыҙ муниципаль берәмектән ғариза килгән. Белгестәр эш планын төҙөү өсөн йыл башында Өфө, Шишмә һәм Иглин райондарындағы юлдарҙы тикшергән. Артабан комиссия Бәләбәй, Благовещен, Краснокама, Өфө райондарына юлланасаҡ. Быйыл юл ремонтлауҙы финанслауҙың дөйөм күләме 100 миллион һум тәшкил итәсәк. Былтыр дәүләт ярҙамында 74 баҡса ширҡәтендә юлдар ремонтланған, шуларҙың 50-һе – Өфө эргәһендә урынлашҡан баҡсаларҙа.

 

Электр сымдары иҫкергән...

 

Дәүләт ярҙамының киләһе йүнәлеше электр менән тәьмин итеүгә ҡағыла. 17 баҡса берекмәһендә 24 мең яңы тышҡы электр иҫәпләү приборы ҡуйылған, бының өсөн төбәк бюджетынан 48,8 миллион һум аҡса бүленгән. Энергия иҫәпләү системаһы булдырған баҡса ширҡәттәре үҙ сымдарын селтәрле ойошмалар балансына күсерә ала, был трансформаторҙарҙы һәм электр тапшырыу линияларын яңыртыу, шул иҫәптән ҡеүәтте арттырыу мөмкинлеген бирә. 2023 йылда электр иҫәпләү ҡорамалдары һатып алыу өсөн тағы ла 100 миллион һум аҡса бүлеү планлаштырыла.

Республика Башлығы Радий Хәбиров баҡсасыларҙан тәҡдимдәр көтөүен, эш күрһәтеүҙәрен һәр саҡ билдәләй килде. Был ғәмәлдә юлдарға һәм электр селтәрҙәренә милек хоҡуғын теркәүгә ҡағыла – милекһеҙ объекттарҙы финанслау мөмкин түгел. Шулай уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса төбәк операторҙары менән килешеү төҙөргә кәрәк – ошо саралар ғына тармаҡта тәртип урынлаштырырға ярҙам итәсәк.

Күмәкләгән – яу ҡайтарған

 

Баҡсасылар форумы республикала икенсе йыл рәттән үткәрелә һәм дәүләт иғтибар бүлгәс, баҡсасыларҙы йылдар дауамында борсоған мәсьәләләр эҙмә-эҙлекле хәл ителә башланы. Мәҫәлән, “Башавтотранс” компанияһы яҙғыһын өҫтәмә автобус маршруттары тәғәйен­ләне, улар, тәү сиратта, йәйге осорҙа халыҡты хеҙмәтләндерә.

Быйылғы миҙгелдә янғындар йыш осраған баҡса биләмәләрендә хәүеф­һеҙ­леккә ҙур иғтибар бүленә. Башҡорт­остандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты тәҡдиме менән, хаҡлы ялдағы­ларҙың баҡса йорттарында йәшәргә рөхсәте булған осраҡта, бушлай янғынды иҫкәртеү ҡорамалы ҡуйыласаҡ.

Баҡсасыларҙың күптәнге аһ-зарын ишетеп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса һәр ҡалала, һәр район үҙәгендә улар үҫтергән емеш-еләк, йәшелсәне һатыу өсөн махсус урындар эшләнде. Мәҫәлән, Өфөлә ошондай – 35, ә республика буйынса 576 урын ойошторолған. Баҡсасылар өсөн урындар бушлай.

 

Янғынға юл ҡуймайыҡ

 

Май байрамдарында баҡсаһы булғандарҙың күбеһе шунда ашыға. Был осорҙа янғын хәүефе бермә-бер арта. Быға тиклем баҡсаларҙа ут тоҡандырыу, ботаҡтар яндырыу ҡәтғи тыйыла ине. Быйылдан улар бер аҙ йомшарҙы. Хәҙер ҡоро үләнде, ботаҡ­тарҙы яндырыу рөхсәт ителә. Бынан тыш, баҡса йорто ихатаһында ит ҡурыу өсөн махсус зона булдырыу ҡағиҙәләре ябайлаштырыла. Быға тиклем ут яғыу урыны йорттан 50 метр арауыҡта булырға тейеш ине. Дүрт сутыйҙа төҙөлгән баҡса йортонда бының мөмкин түгел икәнлеге аңлашыла. 2023 йылдың 1 мартынан алып асыҡ уттан биналарға тиклем минималь ара өс тапҡырға — 15 метрға тик­лем ҡыҫҡартылды. Тимер мискәләр­ҙә ботаҡтарҙы яғыу рөхсәт ителә. Мискә бинанан 7,5 метр алыҫлыҡта булырға тейеш. Усаҡ урыны хәҙер бинанан кәмендә биш метр алыҫлыҡта ҡуйылырға мөмкин. Шул уҡ усаҡ тирәләй тиҙ тоҡанған материалдар ике метр алыҫлыҡта булырға тейеш.

Шуны ла билдәләп үтке килә: янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн штраф күләме үҙгәрмәй. Тәүҙә йорт хужаларына иҫкәртеү яһала йәки штраф һалына. Уның күләме 5 – 15 мең һум самаһы.


Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас