

Баҡсасылар иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем түтәлдәрендә ҡаты ҡорт (проволочник) менән әүҙем көрәшә. Йәшелсә-емешкә ул ҙур зыян килтерә. Был һуғышта еңеүсе алмашынып тора. Бер йылы һин уны, икенсе йылды ул һине еңеп ҡуя. Шәхси ихатала был ҡоротҡостан нисек ҡотолорға һәм уңышты нисек һаҡларға?
Ҙур ҡуңыҙҙар баҡсаға һәм баҫыуҙарға зыян килтермәй, ә бына уларҙың ҡаршлауыҡтары – ҡаты ҡорттар картуф бүлбеләре, кишер һәм сөгөлдөр, һуған, кәбеҫтә, кукуруза һәм ҡыяҡлы үҫемлектәрҙең тамырҙарын ярата. Ҡаты ҡорттар был үҫемлектәр менән һыйлана башлағас та, үҫемлектәр ауырый башлай, ваҡытында сара күрелмәһә, һәләк була. Ҡаты ҡорт ашаған картуф, һуған, кишер һәм сөгөлдөр насар һаҡланасаҡ. Иң насары – бүлбеләр серей башлағанда насар еҫ сығара. Ҡаты ҡорт менән көрәште ҡар яуғансы атҡарырға була.
Ҡаты ҡорт әскелт һәм аҡтамыр үҫкән ерҙе ярата. Уларҙың тамарын ашап үрсей. Өс йыл эсендә ҡаты ҡорт үрсеүҙең бөтөн баҫҡыстарын үтә һәм ҡуңыҙға әйләнә. Инә ҡуңыҙ ике йөҙҙән ашыу йомортҡа һала. Тап уларҙан ҡаты ҡорт ҡаршылауыҡтары тыуа ла инде.
Был ҡоротҡос менән көрәш баҡсасыларға ғына түгел, ауыл хужалығы тармағында эшләгән белгестәргә лә еңелдән бирелмәй. Айырыуса баҫыуға ҡуҙаҡлылар культураларын йыш ултыртҡандарға ҡыйынға тура килә. Шуға күрә, Рәсәй ауыл хужалығы үҙгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре ҡаты ҡорттоң баҫыуҙарҙа иҫәбен алыу һәм уға ҡаршы ниндәй саралар күрергә кәрәклеген даими рәүештә күҙәтә.
Фото: botanichka.ru