

Миәкә районының Байтимер ауылында йәшәгән Фаил Әхмәтов 2021 йылда, үҙенең тормошон тулыһынса үҙгәртеп, ауыл хужалығы тармағына башкөллө сума. Башҡалар тотонорға йөрьәт итмәгән йүнәлешкә – һарымһаҡ үҫтереүгә тотона. Үҙ эшен башлап ебәреүгә ентекле әҙерләнә: бизнес-план төҙөй, уның менән “Агростартап” грантына конкурста еңеп сыға. Үҙ хужалығының матди-техник базаһын ойоштороу өсөн 2,9 миллион һум күләмендә аҡса ала.
– Ниндәй ҙә булһа эште яҡшы ҡорамалһыҙ башлау ауыр, шуға күрә грант аҡсаһына мин иң тәүҙә трактор, диск, һарымһаҡ ултыртыу, рәт арауыҡтарын эшкәртеү өсөн ҡорамал, һарымһаҡ орлоғон ваҡлағыс һатып алдым. Быларҙың барыһы ла эшебеҙҙе еңелләштереп, эшҡыуарлыҡты ышаныслы аҙымдар менән башларға мөмкинлек бирҙе. Грант программаһы шарттарына ярашлы, даими нигеҙҙә ике хеҙмәт урыны булдырҙым. Бынан тыш, яҙын һәм көҙөн өҫтәмә рәүештә өс-дүрт кешене эшкә алам, – ти фермер.
Бөгөн Фаил Әхмәтовтың хужалығында һарымһаҡ майҙаны – бер гектарҙан ашыу. Былтырғы уңышты йәрминкәләрҙә, шәхси магазиндарҙа, шулай уҡ социаль селтәрҙәр аша реклама һәм электрон сауҙа майҙансыҡтары ярҙамында һата.
Үҫтерелгән уңыштың бер өлөшө орлоҡҡа тотонола. Бынан тыш, Фаил иген культуралары сәсә һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнә.
Лилиә НУРЕТДИНОВА