Баҡса
12 Май 2023, 12:30

Һуғанға ла тәрбиә кәрәк

Агроном фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ.

Аш-һыу әҙерләгәндә күптәр һуған ҡуллана. Ул ашты ла тәмләй, һаулыҡ өсөн дә файҙалы.

Тик быйыл күп баҡсасы уның насар һаҡланыуына зарланды. Сәбәбе – уны дөрөҫ үҫтерә белмәүҙә. Хаҡлы ялдағы агроном Зөлхизә Ҡыуандыҡова йәшелсә үҫтереү серҙәрен уртаҡлашты.

– Һуған һыуыҡтан ҡурҡмай, шуның өсөн уны иртә яҙҙан сәсергә була. Түтәлде ашлама һәм ти­реҫ ҡушып эшләгеҙ. Был йәшелсә йомшаҡ ер ярата, шуның өсөн ҡом һәм кирбес онтағы һалыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Өс йыл һаҡланған ағас онтағы ҡушырға ла мөмкин. Һуғанды орлоҡтан үҫтереү өсөн иртә сәселә торған “строгановский” сортын ҡаптарға апрель башында сәсәләр, ҡуйы итеп төртөргә лә мөмкин. Ә май башында үҫентеләрҙе рәт араларын 15-20 сантиметр ҡалдырып айыралар.

Һуғанды сир һәм зыян килтергән бөжәктәрҙән һаҡлау мөһим. Бының өсөн уны ултыртыр алдынан бер процентлы марганец иретмәһе менән эшкәр­тергә кәрәк. Һуған себене кишерҙән ҡурҡа, шуның өсөн түтәл буйлап кишер сәсергә йәки уларҙы аралаштырып ултыртырға мөмкин. Профилактика өсөн һуғанға баҡыр ҡатнашмаһы булған препарат һибергә (баҡыр купоросы, бардосс шыйыҡсаһы) кәрәк, тик ул һуған һабағына йәбешһен өсөн айыртылған һөт йәки һабын иретмәһе өҫтәгеҙ. Һуған орлоғон тикшереү ҙә фарыз. Кипкәндәрен, серей башлағандарын алып ташлағыҙ.

- Әҡлимә ИМАМОВА

Читайте нас