

Әлеге мәлдә алма һәм груша ағастарын азот ашламалары менән туҡландырырға кәрәк. Бының өсөн 10 литр һыуға ике аш ҡалағы мочевинаны иретеп ағас төбөнә ҡойорға. Бер ағасҡа бер биҙрә етә.
Май-июнь айҙарында ағастарҙы фосфор-калий ашламалары менән туҡландырабыҙ. Ике аш ҡалағы матдәне 10 литр һыуҙа иретергә кәрәк. Ағастың йәшенә ҡарап, ашламаның күләмен дә арттырырға була. Ҙур ағастарға 20 – 30 литр самаһы шыйыҡса етә. Махсуслаштырылған ҡоро ашламаны һәр ағастың төбөнә икешәр аш ҡалағы һибеп сығабыҙ.
Ашламаларҙы ҡулланыуҙан ҡурҡмағыҙ. Беҙҙең һауа шарттарында шунһыҙ мөмкин түгел.
Ғәлиә МӨҒӘЛИМОВА, Борай районының “Алмағас” питомнигы хужабикәһе:
– Баҡсаны ҡоротҡостарҙан һаҡлауҙың тағы бер һәйбәт ысулы – дарыу һиптереү. Быны дүрт этапта башҡарырға кәрәк. Тәүгеһен бөрөләр бүрткәс башларға кәрәк. Икенсе этап бөрөләр асылғас башлана, сөнки йәшелләнеп сыҡҡан япраҡтар – ҡоротҡостар өсөн иң тәмле аҙыҡ. Өсөнсө этап – ҡыуаҡтар һәм ағастар сәскә атыр алдынан. Тик улар сәскә атты икән, дарыу һиптерергә ярамай. Ағыуы емештең уртаһында тороп ҡаласаҡ. Дүртенсе этап – сәскә атҡандан һуң.
Алмағас – баш бармаҡ тырнағы хәтлем, ҡарағат һәм крыжовник борсаҡ хәтлем булғас, дарыу һиптерегеҙ. Ағастарҙы тулыһынса эшкәртергә кәрәк – осонан алып олононоң төбөнә тиклем. Бер ҙур ағасҡа 5-6 литр, ҡыуаҡҡа 1-1,5 литр дарыу сарыф ителә. Препараттарға килгәндә иһә, ҡоротҡостарҙың күпселегенә ҡаршы көрәшкәнен алырға кәрәк. Ағыу буласаҡ уңышҡа насар тәьҫир итер, тип ҡурҡмағыҙ, уларҙың һәр береһенең үҫентеләрҙе һаҡлау ваҡыты сикләнгән.
Лилиә НУРЕТДИНОВА