Баҡса
19 Май 2023, 17:46

Хуш, ҡырмыҫҡа!

Баҡсаларҙа яҙғы эштәр ҡыҙа. Буласаҡ уңышты ҡоротҡостарҙан һаҡлау тура­һында ла уйлай башларға кәрәк. Емеш-еләк, йәшелсәләрегеҙ файҙалы, зарар­һыҙ булһын тиһәгеҙ, тәбиғи ҡатнашма­лы биологик препараттар һәм ашламалар ҡулланыу фарыз.

“Кыш-вредитель универсальное” тип аталған пробиотиклы дегет һабыны составында ҡайын дегете, майлы үҫемлек кислоталарының калий тоҙҙары һәм тәбиғи бактериялар бар. Был һабын тулыһынса тәбиғи, бер ниндәй яһалма ҡатнашмалары, консерванттары юҡ. Дегеттең ҡоротҡостарҙы өркөткөс көсө арҡаһында баҡсағыҙҙы зарарлы бөжәктәр, мәҫәлән, кеблә, колорадо ҡуңыҙы, талпан, йәшелсә-емеш ҡорттары, энәлек күбәләгенең ҡарышлауығы, оҙонморондар, киҫәрҙәр баҫып алмаҫ.

Был һабын бөжәктәрҙең кәүҙәһен йоҡа ғына яры менән ҡаплап ала ла тын юлдарын ҡаплап, һәләк итә. Ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеү өсөн 10 литр һыуҙа 200–400 миллилитр (бер-ике стакан) дегет һабынын иретегеҙ, яҡшылап болғатығыҙ ҙа үҫентеләргә һибегеҙ. Көрәште майҙа уҡ башларға кәрәк. Йәй буйы 10 көн һайын үҫемлектәрегеҙҙе эшкәртеп тороғоҙ, быны аҙна һайын эшләһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ.

Баҡсағыҙҙа ҡаты ҡорт (проволочник) булһа, сәсер алдынан картуф орлоғон дегет һабыны иретмәһенә һалып торорға кәрәк. Ул үҫемлектәрҙең иммунитетын нығыта, төрлө ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттыра.

Ҡырмыҫҡа үҫемлектәрҙең һутын һура, тамырҙарын кимерә, сәселгән орлоҡтарҙы һәләк итә. Иң насары – баҡсала кеблә үрсей. Ҡырмыҫҡалар кеблә бүлеп сығарған татлыҡайҙы бик ярата, шунлыҡтан үрсеһендәр өсөн бөтә шарттарҙы тыуҙыра. Үҙ сиратында кеблә картуф, ноҡот борсағы, ҡыяр, сөгөлдөр һәм арпа вирустарын таратыуы менән зыянлы. 

Элек күп баҡсасылар ҡырмыҫҡаға ҡаршы зарарлы химик инсектицидтар ҡуллана торғайны, ә хәҙер “Кыш-вредитель Муравей” тигән яңы тәбиғи препаратҡа өҫтөнлөк бирә. Уның составында ҡырмыҫҡаны ҡурҡыта торған ҡайын дегете, майлы кислоталарҙың калий тоҙҙары, файҙалы тәбиғи бактериялар бар. Ҡырмыҫҡа иләүҙәрен күрһәгеҙ, уларға бер нисә ҡат (ике литр һыуға – 100 миллилитр) “Кыш-вредитель Муравей” һибегеҙ, ҡырмыҫҡалар баҡсағыҙҙан ҡасыр.

Гөлсимә СӘЛИХОВА.

Читайте нас