Баҡса
28 Май 2023, 02:00

Ҡапыл һыуыта, тиҙәр

Синоптиктар июнь ямғырлы була тип вәғәҙәләй. 

Ҡапыл һыуыта, тиҙәрҠапыл һыуыта, тиҙәр
Ҡапыл һыуыта, тиҙәр

Гисметеоүҙәк синоптиктары фаразы буйынса, июндә Башҡортостанда эҫе һауа торошоноң һалҡыныраҡ һәм ямғырлыраҡҡа алмашыныуы көтөлә.

2 июндән республикала ярайһы уҡ һыуыта, температура 10 градустан ашыуға түбәнәйә. Көндөҙ +16℃ һәм ямғыр яуыуы көтөлә.

7 июндә һауа 23 градусҡа тиклем йылынасаҡ, яуым-төшөм туҡтаясаҡ. Әммә бындай хәл оҙаҡ тормаясаҡ, сөнки 11 июндә һауа температураһы йәнә түбәнәйә.

22 июндән көндәр тағы ла йылынасаҡ. 26 июндән эҫетә һәм ямғырҙар туҡтаясаҡ.

Июндә синоптиктар ҡояшлы көндәргә ҡарағанда ямғырлы көндәрҙең күберәк булыуын фаразлай. Аяҙ көндә лә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал.

Фото: foto-ram.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас