Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
5 Июнь , 08:00

Сүпрәнең файҙаһы ҙур

Рустар “Растет как на дрожжах” тип белмәй әйтмәй икән... 

Сүпрәнең файҙаһы ҙур
Сүпрәнең файҙаһы ҙур

Апайымдың баҡсаһындағы томат, борос үҫентеләре һәр ваҡыт һабағының ныҡлығы, уңышының муллығы менән айырыла. Үҙем ултыртҡан үҫентеләр менән уныҡы ныҡ ҡына айырылғас, бының серен һораштым. Ә сер тигәнем бик ябай булып сыҡты.

Бер литр йылы һыуға 120-130 грамм ҡоро сүпрә (кибеттеке лә бара), ике аш ҡалағы шәкәр һалабыҙ ҙа яҡшы итеп болғап, 5-6 сәғәткә  ҡалдырабыҙ. Артабан ошо ҡатнашманы өс литр йылы һыу менән ҡатнаштырып, тағы яҡшы итеп болғатабыҙ. Үҫентеләр өсөн бына тигән ашлама әҙер!

Ошо ҡатнашманы һәр үҫенте төбөнә бер балғалаҡ ҡойоп сығырға. Томат, боростарығыҙ ҙурая килә, ашлама миҡдарын самалап арттырырға.

Ашламаны ике аҙнаға бер тапҡыр ҡулланырға. Үҫентеләрегеҙҙең тамыры ла, һабағы ла ныҡ булыр, үҫә алмай ултырғандары ла күҙгә күренеп ҡалҡыныр.

Фото: glav-dacha.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в