Баҡса
9 Июнь 2023, 15:00

Уңғандарҙың еләктәре өлгөргән!

Коллегабыҙ Римма Солтанованың баҡсаһында еләктәр һәм жимилость өлгөргән! Көн һайын еләк ашаған кешенең иммун системаһы нығына, ҡыш һалҡын тейеүҙән интекмәй. Өҫтәүенә, ... 

Уңғандарҙың еләктәре өлгөргән!Уңғандарҙың еләктәре өлгөргән!
Уңғандарҙың еләктәре өлгөргән!

Ҡояшлы көндәрҙән һуң шифалы ямғырҙар яуып та үтте, уңғандарҙың баҡсаларында күҙҙең яуын алып тәүге емештәр өлгөрә лә башланы. Мәҫәлән, Учалы ҡалаһында йәшәгән коллегабыҙ Римма Солтанова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә баҡсаһындағы быйылғы йылдың тәүге емеш-еләктәрен һалып та ҡуйған.

Әйткәндәй, һеҙ баҡса еләгенең файҙалы икәнлеген беләһегеҙме әле? Ул витаминдарға ла бай. Авитаминоз, ҡан баҫымын яйға һалыуға, атеросклероз сирҙәрен дауалауға булышлыҡ итә. Борон-борондан уны аҙ ҡанлылыҡтан интеккәндә лә ҡулланғандар.

Көн һайын еләк ашаған кешенең иммун системаһы нығына, ҡыш һалҡын тейеүҙән интекмәй. Өҫтәүенә, унда йод күп. Көнөнә 150 – 200 грамм еләк ашаһағыҙ, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеге яҡшырыр, организмығыҙҙа йод артыр.

Әйткәндәй, 200 грамм баҡса еләгендә 60 калория ғына. Унда 1-2 грамм аҡһым, 14 грамм углевод, 28 грамм кальций, 0,8 грамм тимер, 20 грамм магний, 38 грамм фосфор, 54 грамм калий, 113,4 грамм С витамины, 35,4 микрограмм фолий кислотаһы һәм 54 грамм А витамины бар. Баҡса еләген “йәшлек емеше” тип тә йөрөтәләр, сөнки ул кешене йәшәртеүгә һәләтле. Ундағы В, Е төркөмөнә ингән витаминдар бит тиреһен алһыуландыра, йәшәртә. Бынан тыш, еләк ашағандан һуң организмда “бәхет гормоны” эшләнеп сығып, кешенең кәйефе күтәрелә.

Еләктең үҙе генә түгел, япраҡтары ла организм өсөн бик файҙалы. Элек-электән уларҙан сәй әҙерләп эскәндәр. Бының өсөн япраҡтарҙы август – сентябрь айҙарында йыйырға кәрәк. Уларҙы башта йыуырға, аҙаҡ ҡағыҙ тартмаға һалып йәки ҡояш төшмәй торған ергә йәйеп ҡуйып киптерергә кәңәш ителә.

Әммә шул хаҡта онотмағыҙ: еләк файҙалы булһын өсөн уны көнөнә 400 грамдан (1 – 2 стакан) күберәк ашамаҫҡа кәңәш ителә. Балаларға ла саманы белеү мөһим, юғиһә аллергия сығыуы бар. Тимәк, еләк тәмле генә түгел, хәүефле лә. Бигерәк тә ашҡаҙан-эсәк юлдары сирләгәндә һаҡ булырға кәрәк.

Әйткәндәй, һеҙҙең баҡсаларҙа емеш-еләктәр өлгөрҙөмө? 

Фото: Римма Солтанова һәм berry-bouquet.ru

 

Уңғандарҙың еләктәре өлгөргән!
Уңғандарҙың еләктәре өлгөргән!
Уңғандарҙың еләктәре өлгөргән!
Уңғандарҙың еләктәре өлгөргән!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас