Баҡса
25 Июнь 2023, 12:00

Бәрәңгене себен ашай!

Колорадо ҡуңыҙы менән ебәк күбәләге етмәгән, тағы бер бәлә баш ҡалҡыта икән...

Бәрәңгене себен ашай!Бәрәңгене себен ашай!
Бәрәңгене себен ашай!

Илдар Ғәбитов сәхифәһендә бер видеояҙма урынлаштырған. Унда ҡатын-ҡыҙ баҡсаһындағы картуфҡа ниндәйҙер ҡанатлы, себенгә оҡшаған бөжәк төшөүен, ҡомһоҙланып япраҡтарҙы ашауын күрһәтеп һөйләй.

"Ҡыҙҙар, бәрәңгегә нимәлер төшкән, үҙе ҡанатлы. Бөтә баҡсала шул хәл. Ох, үләм инде... Нимә икән был?" - ти.

Урмандарға ебәк күбәләге, баҡсаларға колорадо ҡуңыҙы зыян килтергәндә тағы бер афәттең килеүе бик хәүефле. Унан нисек ҡотолоп була икән?

Фото: club.foto.ru

Сығанаҡ: https://vk.com/id348632379

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас