

Яңы Артауылда йәшәгән Кәтибә Иштирәкованы өйҙә тап итеүе ауыр. “Быйыл ер еләге уңманы, баҡса еләге вағыраҡ булһа ла бар, бер аҙ ҡоролоҡ ҡамасауланы”, – ти Кәтибә Мулланур ҡыҙы.
Ул ғүмер буйы эш өҫтөндә булды, тип яҙа “Яңауыл таңдары” гәзите. Тәүҙә совхозда һауынсы, аҙаҡ интернатта төнгө тәрбиәсе, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй. Совхоз баҡсаһында хеҙмәт иткән ире Рафаэль Зыязетдин улына ярҙамлаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә йыл элек ул вафат булған. Хеҙмәттән айырылмау Кәтибә апайға оло юғалтыуҙы кисерергә, тормоштан йәм табып йәшәргә ярҙам итә.
2011 йылда Кәтибә Иштирәкова баҡса еләгенең “Фестиваль” сортын үҫтерә башлай, плантациялар йылдан-йыл киңәйә генә.“Был сорт һыуыҡҡа тотороҡло, сыҙам. 2013 йылда йөҙ биҙрәгә яҡын еләк йыйып, яҡындарымды таң ҡалдырҙым. Быйыл ямғыр булмағанлыҡтан, еләк уңышы иҫ китмәле булманы, шулай ҙа ҡоролоҡло йәй өсөн бер ҙә насар түгел, бик татлы”, – ти хужабикә. Быйыл өс-дүрт сутый ерҙә еләк үҫтерелә. “Уны үҫтереү сере ябай. Химия һәм гербицидтар ҡулланмайым. “Көйҙәрен көйләп тә” ултырмайым. Бары ултыртҡанда көл генә өҫтәйем. Тик плантацияны күҙәтеп торорға кәрәк, юғиһә, тиҙ арала “мыйыҡтар” менән ҡапланып бөтә", - ти баҡсасы.
Кәтибә Мулланур ҡыҙын районда иң көслө ҡатын-ҡыҙ булараҡ та яҡшы беләләр. Һабантуйҙарҙа армрестлинг буйынса күп йылдар ал бирмәй көрәште. Районда үткәрелгән ижади конкурстарҙа ла ҙур теләк менән ҡатнаша, ти яңауылдар уңған яҡташтары тураһында.
Раушания Ғарифуллина фотолары.