+24 °С
Ямғыр


Ирга емештәрендә шәкәр, органик кислоталар, А витамины етерлек кимәлдә туплана. Ул ҡан йөрөшөн яҡшырта, холестерин күләмен кәметә, организмдан токсиндарҙы сығара.
Емеш төнәтмәһен ашҡаҙан-эсәк, тире ауырыуҙары менән йонсоғандарға, авитаминоз, атеросклероз, йөрәк-ҡан тамырҙары, эсәктәр ауырыуы ваҡытында эсеү файҙалы.
Кискә ҡарай эскәндә ҡан баҫымын яйлай. Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғандарға ла бермә-бер килешә.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!