+21 °С
Болотло


Быйыл баҡсасыларҙы төрлө емештәрҙең мул булыуы һөйөндөрмәй ҡалмағандыр. Сейә, ағас еләге, алма быйыл бигерәк тә уңған! Ә бына Әбйәлил районының Әбйәлил ауылынан Эльвира һәм Рөстәм Солтановтарҙың баҡсаһында абрикос (өрөк) ағасы емеше өлгөргән. Ни тиһәң дә быйылғы эҫелек "көньяҡ ҡунағы"на килешкән, ахыры...
Ә һеҙҙең баҡсағыҙҙа ниндәй емештәр үҙҙәренең муллығы менән һөйөндөрә? Фотолары менән комментарийҙар ҡалдырығыҙ әле.
Фото: Розалия Солтанова