

Һәр кеше үҙ донъяһын үҙе ҡора, үҙенә яраҡлы мөхит булдыра, бәхетле ғүмер кисерер өсөн ғаилә-ҡәлғәһенә яратҡан кешеләрен туплай. Бер-береңде хөрмәтләп, ҡәҙерен белеп йәшәү генә ғаиләне бөтөн итә. Ә татыулыҡ бәхеткә юл яра. Мәләүез районында йәшәгән Альбина менән Наил Арыҫлановтар ҙа ябай ғына ҡағиҙәне девиз итеп алған.
Уларҙың йорто һап-һары сәскәгә күмелгән көнбағыш баҫыуынан йыраҡ түгел Туғайлы ауылында урынлашҡан. Ишек алдына инә торған кәртәнең пульт менән асылғанын күреп, “аһ” итәм, сөнки ундай эш оҫталарҙың ғына ҡулынан килә. Атаһы Шәриф Мираҫовтың иретеп йәбештереү эше өлгөһө, баҡтиһәң.
Йортто ла улар үҙ ҡулдары менән төҙөп сыҡҡан. “Ғаилә ҡороп йәшәй башлағас, дүрт йыл Ямал-Ненец автономиялы округында йәшәп ҡайттыҡ. Алтын яуған ергә ҡарағанда, тыуған-үҫкән ер яҡшы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Йәй миҙгелен ул яҡта күрмәй ҙә ҡалаһың”, – ти йорт хужабикәһе. Мәләүезгә йәшәргә ҡайтҡас, үҙ нигеҙҙәрен ҡорорға ҡарар итәләр. Цемент иҙмәһен болғап, нигеҙҙе үҙе һалышыуҙа ҡатнашҡан Альбина Шәриф ҡыҙын хаҡлы рәүештә төҙөүсе тиергә мөмкин. Ике ҡатлы йортто бүлмәләргә бүлгәндә лә уның кәңәшенә ҡолаҡ һалғандар.
Арыҫлановтар йорто ҡапҡаһынан ингән һәр кем матурлыҡ донъяһына сума. Бейек булып үҫкән хризантемалар “Беҙ бында!” тигәндәй күҙҙе иркәләй. Яран гөлө, шток-рауза, петунияның төҫтәрен һанап бөткөһөҙ! Шалфей (йылан тамыры), лаванда ҡыуаҡтары ла үҙ урынын тапҡан. “Бына быныһы – вербена, будлея, хоста. Сүл боросо (очиток) сәскә атһа, уның гүзәллегенә тиңдәштәр юҡ”, – тип хужабикә миңә таныш түгел ҡыуаҡтарҙың исемен атай.
Ә арыраҡ таҡта менән кәртәләнгән түтәлдәрҙә шырпы ҡабы ҙурлығындай ҡыҙарып бешкән ер еләге, “Мине өҙ!” тигәндәй, ҡояшта йымылдай. Баҡсала өлгөргән йәшелсә, еләк-емеш араһында таҡта менән бейек итеп күтәртелгән түтәл күҙгә ташлана. “Сыбыҡ-сабыҡ, сабылған үләнде тейәп сүп-сар контейнерына бушатҡан кешеләргә аптырайым. Бер урынға өйөп серетергә һалһаң, улар ашламаға әйләнә”, – тип аңлата оҫта баҡсасы. Әйткәндәй, һоҡланып ғәжәпләнер мәлдәребеҙ алда булған икән: өйҙөң эсендә йәйрәп үҫкән фикустың туғыҙ төрө, тамыр йәйгән авокадо... Уларҙы һанап бөтөрөрлөк түгел! Йәшеллек араһында өйҙөң бәләкәй хужабикәһе – биш йәшлек Мира ҡыҙҙарының яратылып үҫкәнен күрәһең. Ҡыҙсыҡтың балалар баҡсаһынан ҡайтҡанын сәңгелдәк көтә, ата-әсәһе менән бергә ҡул эштәре лә күңел йылыһына сорналып башҡарылған. “Өлкән ҡыҙыбыҙ Алина Мәскәү ҡалаһында радиотехника инженеры һөнәре буйынса юғары белем алып сыҡты, шунда төпләнергә ниәтләнә. Өй төҙөп бөткәс, Аллаһ Тәғәлә төпсөгөбөҙҙө һөйөү бәхете насип итте”, – ти ханым.
Альбина Шәриф ҡыҙы ерҙең көс биреүенә инанған. Ҡаланың социаль координаторҙар хеҙмәте белгесе булараҡ, ул өлкән быуын вәкилдәренең проблемаларын, яҙмышын ыңғай яҡҡа хәл итә, күңел йылыһы менән уртаҡлаша. Арманһыҙ булып арып ҡайтып, һөйләшә-һөйләшә сәскә-гөлдәргә һыу һибеп, сүп-сар йолҡҡан арала арыуы ла юҡҡа сыға ханымдың.
“Ни арала өлгөрәһегеҙ?” – тип һорап ҡуйҙым йорт хужабикәһенән. “Теләһәң, барыһына етешергә мөмкин. Ғаиләбеҙ менән бергә ҡайнайбыҙ, шулай ял итә беҙҙең күңел. Йәшеллеккә, тереклеккә мөхәббәт миңә әсәйем Рәйфә Кирәй ҡыҙынан күскән. Ғөмүмән, кеше гүзәллеккә, матурлыҡҡа ынтылыусан”, – тине ханым. Эйе, донъяны камил итеү өсөн яҡын-тирәңдән башларға кәрәк шул.
Әҡлимә ИМАМОВА
Мәләүез районы.