+21 °С
Болотло


Уңған хужабикә Фәнзилә Хисамова ҡарағат япрағын ҡышҡылыҡҡа үҙенсә һаҡлай. Ул уны киптермәй, ә һәр береһен айырым-айырым аҙыҡ-түлек өсөн тәғәйенләнгән полиэтилен япмаға төрөп һаҡлай. "Бер аҙ мәшәҡәтле булһа ла, ошолай итһәң, беҙгә тәмлерәк тойола", - ти ул.
Ысынлап та, киптергәндең тәме ҡалмай кеүек, әллә быйыл шулай һаҡларға инде?.. Япраҡ - баҡсала, полиэтилен - магазинда, ялҡауың ғына килмәһен.
Автор фотоһы.