Әбйәлил районының Ҡужан ауылында 85 йәшлек Ғәйфулла бабай баҡсала эшләргә ярата. Уның бөтә емеш-еләге, йәшелсәһе уңа.
"Быйылғы йылда ла Ғәйфулла ағайҙың ҡарбуздарын фотоға төшөрөп һалмаһам, яҙыҡ булыр ул. Баҡса эше - егәрлелек,таҫыллыҡ талап иткән ер эше. Урын-еренә еткереп эшләнелгән баҡсала һәр нәмә ишелеп уңа, ул ҡыяры,помидоры, кәбеҫтәһе, алмаһы!
85 йәшлек аҡһаҡал ҡыҙы Фәниәгә, улы Илгизгә аҡыллы кәңәштәрен биреп, өй-ихата эштәрендә ярҙамлаша, бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырмай, буш ваҡытында гәзит-журналдар уҡый. Эш һөйгән, барына шөкөр итеп йәшәгән Ғәйфулла ағайға ныҡлы һаулыҡ, таҙалык, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!" - тип яҙғандар Ҡужан ауыл клубы төркөмөндә.
Фото: https://vk.com/public189812252