

Бының өсөн беҙгә кәрәк:
Ике йәш ташҡабаҡ
300 грамм үткәрелгән ит
Бер стакан дөгө ярмаһы
Бер баш һуған
Ике помидор (ике ҡалаҡ томат иҙмәһе лә ярай), ике ҡалаҡ ҡаймаҡ
Бер - ике ҡалаҡ он
Бер стакан һыу, тоҙ, борос, көнбағыш майы.
Әҙерләү:
Һуғанды ваҡлап турайбыҙ ҙа көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ,үткәрелгән ит ҡушып ҡыҙҙырабыҙ.
Бүрттерелгән дөгө ярмаһы өҫтәйбеҙ, тәменсә тоҙ, борос ҡушып болғатабыҙ.
Эслек әҙерләнгәнсе ташҡабаҡты 5-6 сантиметр ҡалынлығында ҡырҡабыҙ. Төбөндә бер сантиметр самаһы ҡалдырып, эсендәге йомшағын алабыҙ.Өҫтөнә тоҙ һибәбеҙ.
Ташҡабаҡтан килеп сыҡҡан “һауыт”тарға эслек тултырабыҙ.
Помидорҙы турап, майлы табала бер аҙ ҡыҙҙырабыҙ, ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Һыу менән ондо болғатып, шулай уҡ табаға ҡоябыҙ, тоҙлайбыҙ. Соус ҡайнап сыҡҡас, уттан алабыҙ.
Тултырылған ташҡабаҡтарҙы майлы табаға урынлаштырып, өҫтөнә соус ҡоябыҙ.
Мейескә 180–200 градус эҫелеккә ҡуябыҙ. 30–40 минуттан файҙалы һәм тәмле ризыҡ әҙер була. Аштарығыҙ тәмле булһын!
Фото: "Бәйләнештә"