Кишерҙән икра эшләү өсөн беҙгә кәрәк була:
800 грамм кишер
300 грамм помидор
3 теш һарымһаҡ
1 аш ҡалағы шәкәр
0.5 аш ҡалағы тоҙ
1 аш ҡалағы 9 процентлы һеркә
3 аш ҡалағы көнбағыш майы
Әҙерләү:
кишерҙе таҙартып, ит турағыстан(мясорубка) үткәрергә;
икенсе һауытҡа помидорҙарҙы ла ит турағыстан үткәрергә;
һарымһаҡты иҙергә, йәки ваҡ ҡырғыс аша үткәрергә;
Кәстрүлгә кишерҙе һалырға, өҫтөнә 2-4 аш ҡалағы көнбағыш майы ҡойорға ла тоҙ, шәкәр өҫтәп, 15 минут һүрән утта быҡтырырға. Артабан помидор пюреһын өҫтәп, йәнә 10 минут бешерергә. Массаға һеркә ҡушҡас, йәнә 10 минут ҡайнатырға.
Стерилләнгән банкаларға эҫе килеш тултырып ябырға. Ҡышҡылыҡҡа тәмле лә һәм туҡлыҡлы ла ризыҡ буласаҡ.
Фото һәм текст сығанағы: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.