Баҡса
6 Сентябрь 2023, 18:10

"Аяғың тапылдамаһа, ауыҙың шапылдамаҫ"

Таныш булығыҙ: конкурстың тағы бер ҡатнашыусыһы - Ғәйшә Ғәлина. 

"Аяғың тапылдамаһа, ауыҙың шапылдамаҫ""Аяғың тапылдамаһа, ауыҙың шапылдамаҫ"
"Аяғың тапылдамаһа, ауыҙың шапылдамаҫ"

Бөрйән районының Ҡотан ауылында йәшәгән Ғәйшә Ғәлина - гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә" төркөмөндә барған "Быяла эсендә уңыш" конкурсының киләһе ҡатнашыусыһы. 23 йыл мәктәптә ашнаҡсы булып эшләп хаклы ялға сыҡҡан. Ғүмер буйы яратып баҡса үҫтерә.

- Йыл буйына етерлек банкалар эшләп алам, балаларыма ла, туғандарға ла күстәнәскә китеп ултыра. Ҡыяр, помидор өлгөргәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Аяғың тапылдамаһа, ауыҙың шапылдамаҫ, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр бит, - ти Ғәйшә апай.

 Тәүге ҡыярҙар өлгөрә башлау менән уңған хужабикәнең аш-һыу бүлмәһендә күңелле мәшәҡәттәр башлана.

Бик күп банкалары баҙға төшөп ултырған да инде. Төшмәй ҡалғандары ла етәрлек. Ҡайнатмалар, салаттар, компот, ҡыяр, мохито, икра... - нимә генә юҡ. Туңдырғыстар емеш-еләк, заготовкаларҙан һығылып тора. Бәшмәктең туңдырылғаны тиһеңме, маринадланғанымы. Һөт ризыҡтары ла туңдырғысҡа етәрлек төшөп ятҡан.

- Алла бирһә донъялар имен булып, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем, бабайым, туғандарым, дуҫтар, ҡунаҡтар менән татыулыҡта, бергә-бергә имен-һау ашарға яҙһын, - ти конкурсантыбыҙ.

Ғәйшә Ғәлина өсөн тауыш биреү өсөн https://vk.com/gazetabashkortostan?w=wall-104965500_250088 һылтанмаһы аша үтергә.

Фотолар конкурсанттың шәхси архивынан.

"Аяғың тапылдамаһа, ауыҙың шапылдамаҫ"
"Аяғың тапылдамаһа, ауыҙың шапылдамаҫ"
"Аяғың тапылдамаһа, ауыҙың шапылдамаҫ"
"Аяғың тапылдамаһа, ауыҙың шапылдамаҫ"
"Аяғың тапылдамаһа, ауыҙың шапылдамаҫ"
"Аяғың тапылдамаһа, ауыҙың шапылдамаҫ"
"Аяғың тапылдамаһа, ауыҙың шапылдамаҫ"
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас