Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
8 Сентябрь , 23:00

105 банка компот япҡан!

“Быяла эсендә – уңыш” конкурсындағы тағы бер ҡатнашыусыбыҙ – Гөлсәсәк Ғәниева.

105 банка компот япҡан!
105 банка компот япҡан!

Өс ҡыҙ, бер улға әсәй, бер ейәнсәргә өләсәй булған Гөлсәсәк Ислам ҡыҙы Ғәниева Хәйбулла районының Яңы Украинка ауылында ғүмер кисерә.

Гөрләтеп донъя көткән уңған хужабикә ул. Ғаилә күп итеп мал, ҡош-ҡорт  аҫрай, мул итеп баҡса ултырта. “Эш булмауға аптырамайбыҙ, рәтен табабыҙ, дәртләнеп йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ. Быйыл баҡса ла ныҡ уңды”, – ти Гөлсәсәк Ислам ҡыҙы. Әлегә ул ҡышҡылыҡҡа 105 банка компот япҡан, һәр төрлө салат эшләгән, ҡайнатма ҡайнатҡан. Мул уңыш эш ителеп бөтмәгән әле, хужабикә ең һыҙғанып ҡышҡылыҡҡа тәмле ризыҡ әҙерләүен дауам итә. “Йорт-илдәр тынысланһын, имен-һау булайыҡ, ризыҡҡа яҙһын!” – тип теләй ул.  

Конкурста ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү дауам итә.

Фотолар: Г. Ғәниеванан.

105 банка компот япҡан!
105 банка компот япҡан!
105 банка компот япҡан!
105 банка компот япҡан!
105 банка компот япҡан!
105 банка компот япҡан!
105 банка компот япҡан!
105 банка компот япҡан!
105 банка компот япҡан!
105 банка компот япҡан!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас в