Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
9 Сентябрь , 10:00

Киптерергә лә, ҡайнатма эшләргә лә була

Йәшелсәнән әҙерләнгән һыйҙар һалдаттарға ебәреләсәк.

Киптерергә лә, ҡайнатма эшләргә лә була
Киптерергә лә, ҡайнатма эшләргә лә була

Быйыл Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында II “Ҡабаҡ-фест” фестивале үтәсәк. Сараға әҙерлек яҙҙан башланған: һәр ихатала күпләп ҡабаҡ сәскәндәр. Әле күптәр уңыш алып та өлгөргән. Уны ҡышҡылыҡҡа һаҡлау ысулдары бик күп.

Улар тураһында “Башҡортостан” гәзитенең “Быяла эсендә уңыш” конкурсында ҡатнашҡан Айгөл Искәндәрова һөйләне.

- Беҙҙең ихата ҙур. Ер уңдырышлы. Шуға төрлө еләк-емеште, йәшелсәне күпләп үҫтерәбеҙ. Ҡыш бауыры оҙон, баҙҙы тултырып ҡуябыҙ. Помидор, ҡыяр тоҙлана, маринадлана, кәбеҫтә тоҙлайбыҙ. Кишер, сөгөлдөрҙө ҡомға һалып һаҡлайбыҙ. Шулай иткәндә улар һутын юғалтмай.

Беҙҙең яҡта элек-электән ҡауын, ҡарбуз, ҡабаҡ уңа. Ҡабаҡты бала саҡтан күпләп сәстек. Малға ла ашаттыҡ, үҙебеҙ ҙә һыйландыҡ. Шуға ҡабаҡ аштарын төрлөләндереп әҙерләүгә әсәйемдән өйрәндем. Лимон йә әфлисун ҡушылған ҡайнатма, ҡабаҡтан икра, хатта киптерелгән ҡабаҡ телемдәре әҙерләйбеҙ. Уларҙы сәйгә ҡушып та ебәреп була. Баҡса емешенең береһен дә әрәм итмәйбеҙ, - тип һөйләй Айгөл Искәндәрова.

Айгөл Рим ҡыҙы сәскәләр үҫтерергә лә ярата. Айырыуса күп йыллыҡтарына өҫтөнлөк бирә.

Үтәгән ауылы халҡының былтыр тәүге тапҡыр “Ҡабаҡфест” үткәргәйне. Айгөл Рим ҡыҙы – был байрамды ойоштороуға күп көс һалыусыларҙың береһе. Байрамдан һуң ҡабаҡ брендлы ризыҡҡа әүерелде.

Быға тиклем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға үтәгәндәр ҡорот эшләп, һалма киптереп ебәрһә, быйыл ҡабаҡтан төрлө һый эшләп ебәрергә килешкән. Әйткәндәй, быйыл үтәсәк Ҡабаҡ байрамы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналасаҡ.

Айгөл Искәндәрованан ҡабаҡ ҡайнатмаһы рецебы:

1 кг ҡабаҡ, 1 лимон, 2 әфлисун, 800 шәкәр ҡомо алына.

Таҙартылған ҡабаҡты шаҡмаҡлап турайбыҙ. Лимонды, әфлисунды, төштәрен алып, ҡабығы менән бергә турайбыҙ. Бөтәһен бергә шәкәр һалып болғатабыҙ һәм һуты сыҡҡансы бер аҙ ваҡытҡа ултыртып торабыҙ. Һуңынан утҡа ҡуябыҙ ҙа яҡынса 20-25 минут ҡайнатабыҙ. Бер аҙ һыуынғас, тағы ла бер ҡабат ҡайнатып алабыҙ.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

Киптерергә лә, ҡайнатма эшләргә лә була
Киптерергә лә, ҡайнатма эшләргә лә була
Киптерергә лә, ҡайнатма эшләргә лә була
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в