Көҙгө уңыш мәлен сағылдырған “Быяла эсендә уңыш” конкурсын иғлан иткәйнек. Конкурсанттарыбыҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.
Беҙҙең иң йәш ҡатнашыусыбыҙ – Диана Хажиева. Диана Илеш районының Үрге Йәркәй ауылынан.
“Әсәйем япҡан емеш-еләктәр иң тәмлеһе”, – ти ул.
Диана - бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, әсәһенең уң ҡулы. Йәйгеһен баҡсала ярҙам итә. Көҙ көнө төрлө ҡайнатмалар, компот япҡанда, йәшелсә тоҙлағанда ҡулынан килгәнен булыша. Хәҙерҙән эшкә өйрәнеп үҫә. Киләсәктә үҙе лә был эштәрҙе башҡарыр әле. Афарин, Диана!
Фотолар Эльвира Хажиеваның шәхси архивынан.