Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
11 Сентябрь , 21:00

“Быяла эсендә уңыш” конкурсына йомғаҡ яһалды!

Һут ҡайнатҡыс ҡулланма (соковарка) кемгә булыр?

“Быяла эсендә уңыш” конкурсына йомғаҡ яһалды!
“Быяла эсендә уңыш” конкурсына йомғаҡ яһалды!

Хөрмәтле дуҫтар!

Көҙ айына аяҡ баҫтыҡ. Йәй буйы үҫтергән уңыштарыбыҙҙы мөмкин тиклем күберәк ҡышҡылыҡҡа һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Ҡайнатма, компот, турамаларҙың банкаларға төшкән сағы. Ошо уңайҙан төркөмөбөҙҙә “БЫЯЛА ЭСЕНДӘ УҢЫШ” тип исемләгән конкурс иғлан иткәйнек. Уның һайлау этабын үткән 12 конкурсантты тауыш йыйыуға сығарҙыҡ.

Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса 2388 тауыш менән Туймазы районының Кәкребаш ауылынан Зөләлә Төхвәтуллина еңеп сыҡты.

Унан 857 тауышҡа ҡалып икенсе урынға сыҡҡан Фәриҙә Сәлимйәнова Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылынан.

Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылынан Айгөл Искәндәрова өсөнсө килә.

Конкурста ҡатнашыусыларыбыҙҙың барыһы ла еңеүгә лайыҡлы. Йәй буйы тәрбиәләп үҫтергән йәшелсә, емеш-еләктәрегеҙ һалҡын ҡыштарҙа күңелдәрегеҙҙе йылытһын. Һәммәгеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!

Һөҙөмтәләр https://vk.com/app7198399_-104965500#poll64f6f2c38c22da7f11fd5967

Фотолар конкурсанттарҙың шәхси архивынан.

“Быяла эсендә уңыш” конкурсына йомғаҡ яһалды!
“Быяла эсендә уңыш” конкурсына йомғаҡ яһалды!
“Быяла эсендә уңыш” конкурсына йомғаҡ яһалды!
“Быяла эсендә уңыш” конкурсына йомғаҡ яһалды!
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас в