Быйыл уңған хужабикәләрҙең баҡсаһында ҡабаҡ уңған. Хәтәр ҙур - 16,5 килограмлыҡ ҡыҙғылт һары йәшелсә Илмира Шәйхетдинованың баҡсаһында үҫкән.
Төмәнәк ауылынан Илмира Шәйхетдинова 30 йыл математика уҡытыусыһы булып эшләй. Ун йыл самаһы элек, пенсияға сыҡҡас, йәшелсәләр үҫтереү менән мауығып китә. Үҙ участкаһында ҡатын-ҡыҙ төрлө йәшелсә, ҡарбуз һәм ҡауын үҫтерә. Әммә фавориты булып ҡабаҡ тора.
Быйыл Илмира Ғилметдин ҡыҙы 90 ҡыҙғылт һары ҡабаҡ үҫтергән. Улар араһында 16,5 килограмлығы ла бар.
- Был йәшелсәне бик яратам, барлыҡ ризыҡтарға ла тиерлек - ашҡа, ҡамырға ла өҫтәйем, - ти Илмира Ғилметдин ҡыҙы. - Ҡабаҡ һаулыҡ өсөн бик файҙалы: унда микроэлементтар, витаминдар күп. Йыл әйләнәһенә дөрөҫ туҡланыр өсөн уны таҙартам һәм өлөшләп туңдырам.
- Ҙур ҡабаҡ үҫтереүҙең сере бармы?
- Был үҫемлек ҡояш менән һыу ярата, шуға күрә сәскә атҡанға тиклем мин көн һайын һыу һибәм. Өҫтәүенә, тупраҡты йомшартырға кәрәк. Иң мөһиме - орлоҡтарҙы ҡарғаларҙан һаҡлау. Мин баҡсаға балалар уйынсыҡтарын ҡуям, улар ҡурҡыта, - тип һөйләй ул.
Ҡабаҡтан пенсионер ҡатын әфлисун һәм лимон ҡушылған ҡайнатма эшләй. Варенье ҡуйы һәм хуш еҫле килеп сыға.
Фото һәм текст сығанағы: "Етегән" гәзитенән