Картуф алыуҙың ҡыҙған мәле. Ҡайһа берәүҙәр: “Быйыл картуф юҡ, ҡырау һуҡты”, – ти. Шулай ҙа уңышҡа ҡыуанып, ошо хаҡта социаль селтәрҙә уртаҡлашыусылар ҙа күп. Мәҫәлән, Бөрйәндән Хәлим Ғәлиуллин уңыштан ҡәнәғәт.
“Быйыл бәрәңге лә (картуф) ҡалышмаған. Аллаға шөкөр, ни тиһәң дә, былтыр ул тиклем уңмаһа ла, быйыл күҙгә күренеп уңған тиһәң дә була - Хоҙайға рәхмәт инде.
Ашаған ризығыбыҙ шул - "икенсе икмәк", шулай бит. Июнь етһә, “Беларусь” тракторына һабан тағып, ерҙе һөрҙөрәбеҙ, унан һуң, ҡулға көрәк алып, икенсебеҙ ҡулға биҙрә алып, сәсәбеҙ. Аҙаҡ үҫеп сыҡһа, ҡыйын утайбыҙ. Әлбиттә, мин ҡыйын утарға яратмайым - ул эш апайыма йә әсәйемә эләгә. Мин күмергә генә яратам.
Сәскән ваҡытта ни бары ике генә тоҡ китте. Шул яғы бар - әсәйем менән бәрәңге сәсергә сығыр булһаң, ул мотлаҡ икешәр һалдырып сәстерә. Күрәһең, бәрәңге күберәк булып уңһын тиҙер инде. Ҡайһы бер йылдың нисек килерен белеп булмай: йә ҡоро, йә ямғырлы. Мул уңыш алһаң, үҙең өсөн, әлбиттә.
Апайым сәсешһә, әсәйем менән ҡаҙып алдыҡ. Шул уҡ ваҡытта ҡустым да ҡалышманы. “Ағай, давай көрәгеңде миңә бир, һин ял итеп ултырып ал. Мин дә ҡаҙып ҡарайым әле, эш күрһәтеп!” – тигән була..... Ярай инде, - нимә тип кенә әйтәһең инде. Тырышлығы булғас, киләсәктә эшкә өйрәнеп үҫһә - үҙе өсөн бит.
Теүәл генә өс көн ҡаҙылды. Ҡабыланмай, үҙ яйыбыҙға ғына алдыҡ. Ямғыры ла әҙерәк булды, һибәләп үтһә лә, әммә эш туҡтаманы, дауам итте. Әммә һуңға табан ямғыр көсәйһә лә барыбер ҡаҙып алырға тура килде.
Алла бирһа көҙ, ҡыш айҙарында имен аман ашарға яҙһын!” – ти Хәлим Ғәлиуллин.
Ә һеҙҙә "икенсе икмәк" уңғанмы?
Фото: vk.com/id661323528