Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
18 Сентябрь , 20:00

Йырсы алманан 15 килограмм повидло эшләгән

Бик күп республика конкурстары лауреаты һәм еңеүсеһе булған Нәркәс – күп балалы әсәй һәм оҫта баҡсасы. Уның быйылғы уңышы мул булған. Яратҡан йырсыбыҙ баҡса үҫтереү серҙәре менән уртаҡлаша.  

Моңло, көслө тауышлы йырсы Нәркәс Сиражетдинованы күптәр яратып тыңлай. Уның йырҙары бик хисле, уйлы, фекерле. Бик күп республика конкурстары лауреаты һәм еңеүсеһе булған Нәркәс – күп балалы әсәй һәм оҫта баҡсасы. Уның быйылғы уңышы мул булған.

-Баҡса эштәре менән ҡыҙыҡһыныуым бала саҡтан. Беҙҙең күрше мәрйә тетя Валя помидорҙы күпләп үҫтерә ине. Ә мин бала саҡтан помидор яратам. Шуны күреп, әсәйемә әйҙә беҙ ҙә үҫтереп ҡарайыҡ тип, тотондом. Помидор ултырттыҡ, уларҙы үҙем тәрбиәләнем, һыу һиптем. Тиреҫ әсетеп ашлама һибә инем. Белорет районында климат һыуыҡ. Беҙ бала саҡта тағы ла һыуығыраҡ ине. Тимер һуҙып, үҙемсә парник эшләп ҡуйҙым. Тик ниңәлер көҙгә минең күршенең ҡып-ҡыҙыл эре помидорҙары күҙҙе ҡыҙҙырһа, минең помидорҙар үҙем буйлыҡ эре япраҡлы гиганттар булып үҫте. Япраҡтарын, артыҡ ботаҡтарын ҡырҡ тип әйтеүсе булмағандыр инде.

Баҡса эштәре менән ныҡлап үҙем ғаилә ҡорғас шөғөлләнә башланым. Балалар тыуғас, ҡала ситендә йорт һалып сыҡтыҡ. Беҙ өйрәнгәнбеҙ бит инде: ер булғас, буш тоторға ярамай. Балалар бәләкәй булғас, еләк-емешен дә ашатҡы килә. Әсәйем иҫән булғанда, компот, тоҙло ҡыяр-помидор, башҡаһын әҙерләп ебәрә торған ине. Әсәйһеҙ тороп ҡалғас, мин декретта ултырған мәл ине, бер банка ҡыярым, бер компотым булманы. Шул мәлдә үҙемдең етемлегемде ныҡ итеп тойҙом... Яҙҙан баҡса сәсәм тип һүҙ бирҙем үҙемә. Хәҙер бөтөн япмаларҙы үҙем әҙерләйем.

Былтыр теплица утырттыҡ. Унда ҡыяр, помидор, борос, төрлө тәмләткес үләндәр үҫтерергә яратам.
Йыл да кишер, сөгөлдөр, картуф, кәбеҫтә, һарымһаҡ, һуған кеүек ғаиләгә иң кәрәкле йәшелсәне үҙебеҙ үҫтерәбеҙ. Помидорҙан кетчуп эшләйем. Ғаиләм шуны ярата. Ҡышын соустар һатып алмайбыҙ. Үҙем ыҫланған помидор яратам. Мотлаҡ бер нисә банка эшләп ҡуям. Бөтөн нәмәне туңдырам: еләк, алма, йәшелсәнән аш өсөн ассорти эшләп һалам. Хатта сөгөлдөрҙө бешереп, терка аша үткәреп, ҡаптарға һалып туңдырам. Ҡышҡыһын борщ бешереүгә ныҡ ҡулайлы.
Быйылғы уңышты банкаларға ябып, туңдырғысҡа һалып бөтөп киләм инде. Компоттар, кетчуптар эшләнде. Алманан 15 килограмм самаһы повидло эшләнем, сөнки балалар ҡышын повидло менән булочкалар ашарға ярата.

-Баҡсала иң төп урынды, әлбиттә, сәскәләр алып тора. Уларҙы күңел өсөн, йөрәктә һандуғас һайратыр өсөн ултыртам, - тип үҙенең баҡсаһы тураһында бик ихласлап һөйләне Нәркәс Сиражетдинова.

Яратҡан йырсыбыҙға ижади уңыштар теләйбеҙ!

 

Фотолар һәм видео Нәркәс Сиражетдинованың шәхси архивынан алынды.

 

Йырсы алманан 15 килограмм повидло эшләгән
Йырсы алманан 15 килограмм повидло эшләгән
Йырсы алманан 15 килограмм повидло эшләгән
Йырсы алманан 15 килограмм повидло эшләгән
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в