Социалистик Хеҙмәт Геройы, алдынғы сөгөлдөрсө Банат Батырованың яҡташтарының хәҙер үҙ бренды бар. Үтәгәндә икенсе тапҡыр ойошторолған байрам былтыр ауыл сараһы тип иғлан ителһә лә, шунда уҡ республика байрамына әүерелде. Быйыл да Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, республика райондарынан һәм башҡа тарафтарҙан байрамды күрер өсөн кешеләр күпләп килгән ине. Былтыр йәмғеһе 500 кеше ҡатнашҡан. Әле уларҙың һаны меңгә етте.
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Азамат Ғәлин, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, Яңы Ҡыйышҡы ауыл биләмәһе рәйесе Фидан Миңлеғәлиев, Үтәгән ауылы старостаһы Дилара Ҡоҙайғолова һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар һәр өҫтәлдең эргәһенә килеп, ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп, тәҡдим ителгән һыйҙан ауыҙ итте, байрамдың кәрәклеген билдәләне.
Быйыл байрам уңыш байрамы ғына булманы, уның төп темаһы илһөйәрлек булды. Үтәгәндәр бергәләшеп махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙам ҡулы һуҙырға һүҙ ҡуйышҡан ине. Яңы Ҡыйышҡы ауыл биләмәһенән әлеге мәлдә яуға 30-ҙан ашыу кеше киткән. Ауылдаштары уларға ла, яугирҙәрҙең ғаиләләренә лә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп тора. Был юлы ла хужабикәләр киптерелгән ҡабаҡ, ҡабаҡ ҡайнатмаһы, һалма һәм башҡа тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлекте йыйып, махсус хәрби операция зонаһына әҙерләп ҡуйҙы. Гуманитар ярҙам ошо көндәрҙә яугирҙәргә оҙатыласаҡ.
Үтәгәндә элек-электән эшсән, тырыш халыҡ йәшәй. Ауыл хужалығы өлкәһенең үҫемлекселек тармағында уңыш ҡаҙанған, сөгөлдөр үҫтергән Банат Батырованың яҡташтары бөгөн дә ең һыҙғанып баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, йыл һайын мул уңыш ала.
Быйыл ауылдың биш урамы үҙ эштәрен тәҡдим итеп, үҙ-ара оҫталыҡта һынашты. Һәр урамға район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Өҫтәлдәр ҡабаҡтан бешерелгән һый-ниғмәттән һығылып торҙо. Ағинәйҙәрҙең был йәшелсәне үҫтереү буйынса тәжрибәһе лә, белеме лә етерлек. Уларҙың фекеренсә, ҡабаҡ хәтерҙе яҡшырта, йүтәлде еңеләйтә, быуындарға ла файҙалы, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән йонсоғандарға шифалы.
Хужабикәләр байрамға ентекле әҙерләнгән: ҡабаҡтан һуттар ҡойған, ҡайнатмалар ҡайнатҡан, эсен таҙартып тәмле бутҡалар бешергән. Хатта ҡабаҡтан мармелад, киптерелгән сәй эшләүселәр ҙә бар ине.
Ҡабаҡ – Үтәгән хужабикәләренең өҫтәлендәге төп йәшелсә тип әйтергә була. Фирғәүендәр тәғәмен, көҙ йәмен улар элек-электән күпләп үҫтерә.
Ошо ауылда тыуып үҫкән Айрат Искәндәров файҙалы, туҡлыҡлы ризыҡҡа рәхмәт йөҙөнән “Үтәгән ҡабаҡ фестивале-2023” проектын халыҡ уңғандарын берләштергән байрам булараҡ үткәреү башланғысын тәҡдим иткән.
Төрлө конкурс, оҫталыҡ дәрестәренән Үтәгән ауылы урамдары гөрләп торҙо. Иң ҙур ҡабаҡҡа конкурста Әсләм Хөсәйенов еңде! Уның ҡабағының ауырлығы 33 килограмм тәшкил итте.
Муллыҡ һәм оҫталыҡ байрамында әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ауыл старостаһы Дилара Ҡоҙайғолова байрамды ойоштороуға көс һалған һәр кемде билдәләп үтергә тырышты һәм сараны дәррәү күтәреп алған ауылдаштарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Әйткәндәй, фестиваль бағыусылар ярҙамында ғына үткәрелә.
Ауыл Ағиҙел буйында урынлашҡан. Ауыл хужалығы тармағы өсөн бик ҡулай. Колхоз көслө булған заманда бында йәшелсә, емеш-еләк, ҡарбуз-ҡауын баҡсалары гөрләп торған. Тәүҙә “Иҙел”, шунан “Урал” исемен йөрөткән колхозда балыҡсылыҡ артеле лә булған.
Ете ауылды берләштергән колхоздың етештереү ҡеүәте тураһында әле легендалар йөрөй. Һарыҡ фермаһы, ҡаҙ-тауыҡ үрсетеү бригадаһы уңышлы эшләгән. Йыш ҡына пароходтар туҡтаған. Колхоз емеш-еләген, ҡауын-ҡарбуздарын уларға тейәп ебәрер булған.
“Әсәйемдең хәтирәләре буйынса, бала-саға, ҡыҙыҡ күреп, гел шул тирәлә уралған. Ҡарбуздар күтәрерлек булмаған, палубаға тәгәрәтеп мендергәндәр”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша ауылдың имам-хатибы Сәғит Сөләймәнов.
Совет заманынан ҡалған данлыҡлы колхозды тергеҙеү, уңдырышлы ерҙәрҙе эшкәртеү менән хәҙер был ауыл биләмәһендә “Радик Йөҙлөкбаев” крәҫтиән (фермер) хужалығы шөғөлләнә. Хужалыҡ йыл һайын тиерлек майҙанын арттырып, уңышлы ғына эшләп килә. Үҙҙәренең “Т-150”, ике “МТЗ”, ике “ДТ” тракторы, “ЗиЛ” һәм “КамАЗ” машиналары, “Нива” комбайны бар. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, махсус хәрби операция башланыу менән Радик Йөҙлөкбаев шунда юлланды. Быйыл Ҡабаҡ фестивален мотлаҡ үткәрергә кәрәк тип, үҙе яу ҡырында булһа ла, ауылдаштарына сәләмдәрен күндергән ул һәм бағыусы булып сығыш яһаған.
145 йортло ауыл гөрләп йәшәй. 2016 йылда мәсет төҙөлгән. Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған, еңеү менән ҡайтҡан ата-бабаларына яңы һәйкәл һалынған. Мәктәп эшләй. Әлеге мәлдә фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Ауыл әүҙемселәренең күңелен ҡырған бер генә нимә бар: мәҙәниәт усағы һүнгән. Киләсәктә үтәгәндәрҙең йыйылыр, күңел асыр урыны ла булыр тип өмөтләнәйек.
Бына шулай күңелле үтте “Ҡабаҡ Фест”. Ҡабаҡтан йәмғеһе 400-ҙән ашыу төр аш-һыу әҙерләргә була. Фестивалдә шуның яртыһы өҫтәлдәрҙә булғандыр.
Ауыл халҡын рухландырған, башҡаларға өлгө булған сараға оҙон ғүмер теләйек. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Һәр ауылдың үҙ фестивале булырға тейеш” тигән һүҙҙәрен девиз итеп алған үтәгәндәр маҡсатына иреште.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Айрат Искәндәров фотолары.