Баҡса
4 Ноябрь 2023, 04:00

Нимә ул помидофель?

Ҡаңны-Төркәй уҡыусылары бер үҫемлектән ике төрлө йәшелсәнең уңышын алған.  

Нимә ул помидофель?Нимә ул помидофель?
Нимә ул помидофель?

Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылы мәктәбендә биология уҡытыусыһы Резида Байбурина етәкселегендә уҡыусылар менән төрлө ҡыҙыҡлы тәжрибәләр үткәрелә. Мәктәптә биология, химия кабинеттарында “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылыуы ла  яңы алымдар ҡулланыуға юл аса.

Һуңғы ике йылда улар, помидор һәм бәрәңгене ҡушып, помидофель тигән үҫемлек үҫтереп ҡарғандар һәм тәжрибә уңышлы килеп сыҡҡан.

- Дәрес ваҡытында балалар “Төрлө ағастарҙы прививкалап була, йәшелсәләрҙе ҡушып үҫтереп буламы?”, тигән һорау бирҙе һәм беҙ уны эшләп ҡараныҡ. Прививка алымын йәшелсә культураларында ҡулландыҡ һәм ул уңышлы килеп сыҡты. Бер айлыҡ бәрәңгенең һабағын киҫеп өҫтөнә бер айлыҡ помидорҙыҡын ҡуштыҡ. Улар бер-береһенә берегеп китте. Һөҙөмтәлә бер үҫемлектә аҫта бәрәңге уңышын алдыҡ, өҫкө өлөшөндә помидорҙары өлгөрҙө. Тәүге йылды уны биҙрәлә генә, икенсе йылына тәжрибә участкаһында үҫтерҙек.  Хәҙер маҡсат - помидорҙарҙы соланинға тикшереп ҡарау. Сөнки бәрәңгенең өҫтәге алмалары ағыулы булғас, ул помидорҙа ла булмаймы икән тигән һорау тыуҙы. Беҙҙең үҙәктәге приборҙар быны асыҡлауға булышлыҡ итәсәк, - тип һөйләне уҡытыусы.

Балаларҙа ғилми-тикшеренеү эштәренә ҡыҙыҡһыныу уята белгән уҡытыусының эше хөрмәткә лайыҡ. Артабан да ҡыҙыҡлы тикшеренеүҙәре менән республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә уңыштар яуларға булһын Ҡаңны-Төркәй уҡыусыларына.

Фото авторҙыҡы һәм мәктәп архивынан.

Нимә ул помидофель?
Нимә ул помидофель?
Нимә ул помидофель?
Нимә ул помидофель?
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас