

Баҡсасылар быйыл да хеҙмәттәренең бушҡа түгелмәүен, көҙгө муллыҡтың һөйөндөрөүен белдерә. “Ҡырмыҫҡалы районының Грачевка ауылында йәшәгән Денис Иванов ана ниндәй көс еткеһеҙ ҡабаҡтар үҫтереп, ауылдаштарын хайран иткән!” – тип яҙа “Кармаскалинская новь”. Баҡсасыларҙың хыялы бит ошондай ҙур ҡабаҡтар үҫтереү!
– Беҙ әсәйем менән уның төрлө сорттарын ултыртабыҙ. Быйыл ҡабаҡ уңышы рекорд ҡуйҙы. Уларҙы һатып аҡса эшләйбеҙ, ҡышҡылыҡҡа үҙебеҙгә ҡалдырабыҙ. Беҙ уға апельсин өҫтәп, тел йоторлоҡ татлы варенье ҡайнатабыҙ, - тип уйҙары менән уртаҡлашты Денис.
Ҡарап тәрбиәләй белһәң, ҡабаҡтан да файҙа алып була икән!