

Ҡуян йылын оҙатҡанда, Яңы йыл табынына йәшел тәмләткес үләндәр ҡуйырға кәрәк. Һатып алынған тәмләткестәрҙең барыбер тәме әллә ни булмай, шуға уларҙы тәҙрә төбөнә әле сәсһәң, тап байрам табынына үҫеп тә етәсәктәр.
- Йәшел һуған, һарымһаҡ, әнис, рукола, мелисса, кресс-салат, хатта ҡуҙғалаҡ сәсергә була. Һуған менән кресс-салатты ерһеҙ ҙә, һыуға һалып ҡына үҫтереп алырға мөмкин. Үҫентеләр көслө булһын һәм айырымаһын өсөн фито-лампа ҡуйырға кәрәк, - тип кәңәштәрен бирә Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы агрономы Гөлфиә Нухова.
Фото: “Россельхозцентр”, sdelalkak.ru