Баҡса
24 Февраль 2024, 09:00

Әфлисун һәм йомортҡа ҡабығында яҡшыраҡ үҫәләр

Орлоҡ сәсҽү өсөн һауыттарҙы ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән дә яһап була. Мәҫәлән, әфлисундан.

Әфлисун һәм йомортҡа ҡабығында яҡшыраҡ үҫәләрӘфлисун һәм йомортҡа ҡабығында яҡшыраҡ үҫәләр
Әфлисун һәм йомортҡа ҡабығында яҡшыраҡ үҫәләр

Уңған баҡсасылар борос, помидор, баклажан орлоғон сәсеп тә өлгөргәндер.

Орлоҡ сәсҽү өсөн һауыттарҙы ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән дә яһап була. Мәҫәлән, әфлисундан. Бының өсөн әфлисунды урталай бүлеп, эслеген алырға һәм эсенә тупраҡ тултырып, орлоҡ сәсергә генә кәрәк. Ҡабығының төбөн тишергә онотмағыҙ.

Әфлисун ҡабығы тарҡалған һайын, йәш үҫентене туҡлыҡлы матдәләр менән тәьмин итеп торасаҡ. Бындай файҙалы һауыттарҙы йомортҡа ҡабығынан да яһарға мөмкин. Ул үҫемлекте кальций менән туйындырасаҡ.

Ә һеҙ орлоҡто нисек сәсәһегеҙ?

Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас