Уңған хужабикәләр баҡса миҙгелен асып та ебәрҙе - үрсетмәләр сәсә башланылар. Борос, сәскә үҫтерәләр, хәҙер помидорҙарға ла сират етә. Баҡсасы Фәриҙә Зәйнуллина эре, һутлы помидор үҫтереү серен уртаҡлаша.
"Мин ете-һигеҙ йыллап голланд сорты САНРАЙЗ F1 томатын үҫтерәм. Был сорттың рассадаһын хатта Мәскәүгә алып китәләр. Ул иртә өлгөрә. шытып сыҡҡандан һуң 85-100 көндә өлгөрә. Шулай уҡ теплица, парниктар өсөн дә, асыҡ тупраҡта ла бик яҡшы уңыш бирә. Ауырыуҙарға ла бирешмәй.
Был помидор бик тәмле лә. Ауырлығы 180-250 грамға етә. Тәбәнәк сорт - бейеклеге 100 сантиметр тирәһе.
Гөлнара Күсәрбаева фотоһы.
Сығанаҡ: https://vk.com/id476122065