Баймаҡ районынан уңған ханымдарҙың береһе Гөлгөнә Байегетованың төрлө тәмле-тәмле бәлештәре, сәксәктәре һәм башҡа тәмлекәстәренең рецептарын даими рәүештә таныштырып барабыҙ. Уңған кеше бар яҡлап та уңған тигәндәй, ул шулай уҡ төрлө гөлдәр үҫтерә, баҡсаһындағы сәскәләренең иҫәбе-һаны булмай. Был юлы Гөлгөнә Байегетова әгәр гөлдәрегеҙ сәскә атмаһа, бик шәп кәңәш бирә.
"Һаумыһығыҙ,бер ҡыҙыҡ һөйләйем әле,ошо гөлөм сәскәгә бөрөләнеп инде бер аҙна асылмай тик ултыра ине. Көн дә барып ҡарайым, юҡ, асылмай. Кисә бер алым иҫемә килеп төштө лә, гөлдө ҡурҡытып алһаң сәскә ата тигәнде, янына барҙым да: "Сәскә атмаһаң, бына ошо ереңдән киҫеп аласаҡмын, белдеңме? Ҡайсы йәки бысаҡ менән киҫеп аласаҡмын ошо тапҡырҙан! " - тип ҡайһы еренән киҫәсәгемде күрһәттем. Бөгөн иртәнсәк йоҡонан тороуым менән ни күрәм: гөлөм сәскә атып ултыра.
Быға тиклем дә ошоноң кеүек үк гөлөм булды, гибискус, бик матур булғайны, йөнтәҫ алһыу төҫтәге, уны ла берҙе ҡурҡытып сәскә аттырҙым.
Мәрәкә кеүек тә ҡабул итегеҙ, әммә ысынлап шулай иткәндәрен ишеткәнем бар. Был - шафталы (персиковый) гибискус", -тип яҙған Гөлгөнә Байегетова.
Ә һеҙ гөлөгөҙ сәскә атмаһа, ниндәй алымдар, ырымдар ҡулланаһығыҙ? Беҙҙең менән дә уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото һәм сығанаҡ: Гөлгөнә Байегетованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.