Баҡса
1 Май 2024, 15:15

Еләктән мул уңыш алыу өсөн...

Тәжрибәле баҡсасыларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һал. Түбәндә һөҙөмтәле сара: 

Еләктән мул уңыш алыу өсөн...Еләктән мул уңыш алыу өсөн...
Еләктән мул уңыш алыу өсөн...

Яҙ баҡса еләген туҡландырырға онотмаҫҡа кәрәк.

Уңышты бермә-бер арттырыу өсөн көҙҙән тәртипкә һалып айырып ултыртылған еләк төптәрен яңынан йомшартып сығырға һәм ошолай әҙерләнгән ҡатнашмалы һыу һибергә була.

10 литр һыуға 3 грамм (15 тамсы) марганцовка, ярты балғалаҡ бор кислотаһы, бер ҡалаҡ мочевина, ярты стакан ағас көлө һалып яҡшылап болғатырға кәрәк. Уны һәр бер еләктең төбөнә яртышар литрҙай ҡойоп сығырға.

Ә һеҙҙең, бәлки, үҙ серҙәрегеҙ барҙыр? Тәжрибәләрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Г. Байғусҡарова фотоһы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас