Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
3 Май , 09:00

Петуния йомортҡа ҡабығы ярата

Бер сәскә үҫентеһенә яҡынса бер аш ҡалағы йомортҡа ҡабығы кәрәк. 

Петуния йомортҡа ҡабығы ярата
Петуния йомортҡа ҡабығы ярата

Үҫентеләрҙе баҡсаға күсереп ултыртҡансы, тупрағына көл йәки йомортҡа ҡабығы өҫтәргә кәңәш итәләр. Ҡабыҡты ныҡ итеп ваҡлағыҙ.

Ә көл әҙерләү өсөн кесерткән кәрәк. Йәш кесерткәнде күләгәлә ете көн буйы киптерергә. Шунан утҡа бирешмәй торған һауытҡа тултырып, яндырабыҙ. Янып бөткәс, көл әҙер тигән һүҙ.

Бер петуния үҫентеһенә яҡынса бер аш ҡалағы йомортҡа ҡабығы һәм 1,5 аш ҡалағы кесерткән көлө кәрәк. Сәскәләрҙе айына бер тапҡыр шулай ашларға кәңәш итәләр.

Фото: aredi.ru

Сығанаҡ: vk.com/bashkortvk (“Файҙалы кәңәштәр” төркөмөнән).

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: