Баҡса
4 Май 2024, 13:30

Өшөгән үҫемлектәрҙе нисек терелтергә?

МЧС, иртәгә һауа торошо -1, -6 була тип смс-хәбәр ебәрҙе. Үҫемлектәрҙе ҡырау һуғыуы - яҙғыһын иң ҡурҡынысы. Әгәр һеҙ сәскәнегеҙҙе һаҡлап ҡала алмаһағыҙ, үҫентеләр өшөһә, ошо ике ысул тиҙ арала уларҙы тергеҙергә ярҙам итер:

Өшөгән үҫемлектәрҙе нисек терелтергә?Өшөгән үҫемлектәрҙе нисек терелтергә?
Өшөгән үҫемлектәрҙе нисек терелтергә?

Майҙа беҙҙә ҡар ҙа яуа, ҡырау ҙа төшә. Тәжрибәле баҡсасы Фәриҙә Зәйнуллина өшөгән баҡса үҫемлектәрен терелтеү буйынса белемен уртаҡлаша. 

"Үҫемлектәргә ҡырау төшөүе - яҙғыһын иң ҡурҡынысы. Әгәр һеҙ сәскәнегеҙҙе һаҡлап ҡала алмаһағыҙ, үҫентеләр өшөһә, ошо ике ысул тиҙ арала уларҙы тергеҙергә ярҙам итер:

1. Баҡсаға үҫеш стимуляторҙары һиптерегеҙ. Был ҡатнашма йәшелсә өсөн дә, емеш-еләк культуралары өсөн дә ҡулай: гәрәбә (янтарь) кислотаһы (10 литр һыуға бер грамм матдә нисбәтендә), "Эпин Экстра" (10 литрға - ике миллилитр) йәки "Стимул" (10 литрға - 100 миллилитр). Эшкәрткәндән һуң үҫемлектәрҙе сағыу ҡояш яндырмауын хәстәрләгеҙ, уларҙы күләгәләгеҙ. Зыян ныҡ ҡына булһа, 5-7 көндән ошо уҡ состав менән йәнә эшкәртегеҙ.

2. Үҫентеләрҙе туҡландырығыҙ. Үҫемлектәр ер өҫтөндәге өлөшөн мөмкин тиклем тиҙерәк тергеҙһен өсөн, уларға азот бирегеҙ. Минераль ашлама - 10 литрға 20 грамм иҫәбенән мочевина, нитрофоска, аммиак селитраһын, шулай уҡ органика - ҡош тиҙәген (1:20 нисбәтенән), һыйыр тиҙәген (1:10 нисбәтенән), үлән төнәтмәһен (1:10 нисбәтенән) ҡулланырға мөмкин.

Өшөгән үҫемлектәр һау-сәләмәттәренән үҫештә бер аҙ артта ҡаласаҡ, әммә яҡшы итеп тәрбиәләгәндә күтәрелеп китәсәк һәм барыбер уңыш бирәсәк.

Фәриҙә Зәйнуллина фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас