+21 °С
Болотло
Бөгөн төндә республиканың ҡайһы бер райондарында ҡар яуған Белорет районындағы юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ. Шуға ла сәфәрҙә айырыуса һаҡ булығыҙ.
Ҡыш бер ҙә китергә йыйынмай, апрелдең йылыһына алданып иртә сәскән үҫентеләрҙе, сәскәләрҙе лә һыуыҡ һәләк иткән. "Теплицалағы помидор, ҡыяр туңды", - ти ҡайһы бер баҡсасылар.
Алдағы көндәрҙә лә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй: +6, +7 градус буласаҡ, ямғыр ҙа яуасаҡ.
Фото: скриншот.
Видеояҙма: Ватсаптан "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" төркөмөнән алынды.