Баҡса
21 Май 2024, 06:00

Гармун тартып, йырлап ер һөргән заманда йәшәбеҙ

Ә һеҙ был дәртле ағайҙы беләһеҙме, таныйһығыҙмы? 

Гармун тартып, йырлап ер һөргән заманда йәшәбеҙГармун тартып, йырлап ер һөргән заманда йәшәбеҙ
Гармун тартып, йырлап ер һөргән заманда йәшәбеҙ

Бөтөн донъя ус төбөндә булған заманда йәшәйбеҙ - социаль селтәрҙе асһаң, ниндәй генә мәғлүмәт күрмәйһең. Ошо көндәрҙә гармун тартып, йырлап ер һөргән ағай тураһында видеояҙма таралды. 

Ысынлап та, ҡасандыр ата-бабаларыбыҙ ат егеп, һуҡа менән ер һөрһә, бөгөн гармун тартып, йырлап ер эшкәрткән заманда йәшәйбеҙ. Тик шуныһы эсте бошора: хеҙмәт шарттарын техника еңеләйтһә лә, ауылдарҙа буш торған, сәселмәгән картуф баҡсалары артҡандан-арта... Ә инде бөгөн дә ерҙән айырылмаған ер кешеһенә дан йырларға ғына ҡала!

Ә һеҙ был дәртле ағайҙы беләһеҙме, таныйһығыҙмы? Картуф сәстегеҙме?

Фото: скриншот.

Видеояҙма: ватсаптағы "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" төркөмөнән алынды.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас