+24 °С
Ямғыр
Төрлө витаминдарға бай булған кресс-салатты үҫтереүе бик еңел. Ул ике - өс аҙна эсендә өлгөрә. Тик кресс-салаттың дым яратыуын онотмағыҙ, уға әленән-әле һыу һиптереп алығыҙ. Кресс-салат аҙ ҡанлылыҡ, авитаминоз, йоҡоһоҙлоҡ, ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланған кешеләргә файҙалы. Уны төрлө салат һәм бутербродтарға турап ебәреү ризыҡты витаминдарға байытып ебәрер.
Фото: supersadovnik.ru