Мул уңыш алам тиһәң, йәшелсәләргә тоҙло һыу һибергә кәрәк икән. Уның ҡоротҡос бөжәктәрҙән дә һаҡлауы билдәле.
Мәҫәлән, ямғыр яумаһа, һуғанға төрлө бөжәктәр эйәләшә. Был осраҡта бер биҙрә һыуға ике стакан тоҙ һалып иретергә лә түтәлгә һибеп сығырға кәрәк.
Ә бына ҡыҙыл сөгөлдөр һыу яратмай, әммә эре булһын өсөн уны мәлендә һирәкләтергә онотмағыҙ. Был йәшелсәне ҡоротҡостар ҙа хушһынмай. Ләкин тамыраҙыҡ тәмле булһын өсөн уға ла тоҙло һыу һибергә була. 10 литр һыуға бер аш ҡалағы тоҙ һалып болғатырға ла бер квадрат метр майҙанға биш литр нисбәтенән һибергә.
Нәсих Хәлисов фотоһы.