Баҡса
20 Июнь 2024, 08:00

Еләк ҡайнатмаһы рецебы

Юғалтмаҫ өсөн күсереп алығыҙ

Еләк ҡайнатмаһы рецебыЕләк ҡайнатмаһы рецебы
Еләк ҡайнатмаһы рецебы

Йәйҙең һәр бер йәмле мәлен күберәк һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Кешеләрҙең сәхифәләрендә бешкән еләк фотолары күренә лә башланы. Уңғанбикәләргә Кушнаренко районының Иҫке Ҡормаш ауылынан Зилә Иҙрисова еләк ҡайнатмаһы рецебы тәҡдим итә.

Рецепт:

Еләк – 1кг

Шәкәр – 600-800г

Бер бал ҡалаҡ лимон һуты йәки бер семтем лимон кислотаһы

- Йыуылған, таҙартылған емеш-еләкте шәкәр ҡомо менән аралаштырып, бер нисә сәғәткә ҡалдырам.

Һуңынан шәкәр сиробындағы емеш-еләкте утҡа ҡуям һәм ҡайнатам, шәкәр тулыһынса эрегәнсе яҡынса 5-10 минут ҡайнай бирә. Шунан уттан алып, тулыһынса һыуынырға ҡуям. Һуңынан тағы ла 5 минут ҡайнатып, тулыһынса һыуытам. Өсөнсө тапҡыр, һуңғы тапҡыр, әҙерләнгәнсе ҡайнатам, аҙағында лимон һуты йәки лимон кислотаһы өҫтәйем. Һыуынғас, банкаларға һалып, һыуытҡысҡа ҡуям. Ҡышҡылыҡҡа һаҡлау өсөн эҫе вареньены стериль банкаларға ябып була, – ти ул.

Сығанаҡ: vk.com/wall333693548_17690

Еләк ҡайнатмаһы рецебы
Еләк ҡайнатмаһы рецебы
Еләк ҡайнатмаһы рецебы
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас