Баҡса
21 Июнь 2024, 02:00

Был картуфта колорадо ҡуңыҙы юҡ

Егеттәр баҡса ултыртҡан: һуған, һарымһаҡ, еләк, ҡарбуз, ҡауын, картуф...

Был картуфта колорадо ҡуңыҙы юҡБыл картуфта колорадо ҡуңыҙы юҡ
Был картуфта колорадо ҡуңыҙы юҡ

Хәрби хәбәрсе Илдар Юлдыбаев махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҙыҡлы репортаж әҙерләгән. Ул яугирҙәрҙең буш ваҡыттарында үҫтергән баҡсаһын видеоға төшөргән. "Море" позывнойлы хәрби иһә барыһын да ентекләп һөйләп биргән, яуҙан һуң ошолай ер эше менән булышып, ял итәбеҙ, психологик еңеллек алабыҙ, тигән.

Ҡырҙағы баҡсала ни генә юҡ: һуған, һарымһаҡ, редис, еләк, ҡарбуз, ҡауын... Бер аҙ шытҡан картуфты ла сәсеп ҡуйғандар. Хатта балҡып ултырған сәскә ҡыуаҡтары ла күренә. Әйткәндәй, бындағы картуф һабаҡтарында һәм япраҡтарында бер бөртөк колорадо ҡуңыҙы ла юҡ, тип билдәләй Илдар Юлдыбаев.

Үҫтергәнегеҙ ризыҡҡа яҙһын, имен-һау йөрөгөҙ, егеттәр!

Сығанаҡ: https://vk.com/telekanal_salyam

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас