Баҡса үҫтереүселәрҙең беренсе дошманы - колорадо ҡуңыҙы. Был бөжәк бик сыҙамлы булып сыҡты - дарыу менән эшкәртеп тә ҡотолоп булмай, ҡышҡы -50 градус һыуыҡҡа ла бирешмәй.
Яңыраҡ ватсапҡа колорадо ҡуңыҙына ҡаршы көрәшеүҙең яңы ысулын тәҡдим иткән видеояҙма һалдылар. Унда бер ир картуф баҡсаһына ҡаҙ бәпкәләрен ебәрә, ә улар кем уҙарҙан был ҡоротҡос бөжәктәрҙе сүпләй. Видеояҙманы төшөргән хужа был күренештән ҡәнәғәт, тик ул ҡоштарҙың ите ашарға яраҡлы булырмы?! Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фото: скриношот.
Видеояҙма: ватсаптағы "һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" төркөмөнән алынды.