+24 °С
Ямғыр
Таҙартылған борсаҡты ҡайнар һыуға һалып, 3 - 5 минут ҡайнатырға. Банкаларға һөҙөп тултырырға. Өҫтөнә ҡайнар маринад ҡойоп, банкаларҙы һыу эсендә 8 -10 минут ҡайнатып алырға.
Маринад әҙерләү:
1 литр һыуға бер аш ҡалағы тоҙ, ике аш ҡалағы шәкәр ҡомо, ике аш ҡалағы һеркә кәрәк. 1 литр һыуға яһалған маринад 600 миллилитрлы 4 банкаға етә.
Ә һеҙ борсаҡты нисек итеп ҡышҡылыҡҡа һаҡлайһығыҙ?
Фото һәм сығанаҡ: "Ватаным Татарстан" төркөмөнән