Баҡса
5 Июль 2024, 16:00

Үҙ баҡсамдан картуф ашай башланыҡ

"...Кемгә нисектер, миңә йәйҙең иң көтөп алынған, танһыҡ мәле ул – беренсе тапҡыр яңы картуф бешереп, тоҙланған бәшмәк менән ашау. Бала саҡ тәме килгән кеүек..."

Үҙ баҡсамдан картуф ашай башланыҡҮҙ баҡсамдан картуф ашай башланыҡ
Үҙ баҡсамдан картуф ашай башланыҡ

Бар яҡлап уңған, оҫта ҡуллы Әбйәлил блогеры Рәхимә Мусинаның картуфы өлгөргән. Бөгөн ул яңы уңышты тәмләп тә ҡараған.

"Яңыраҡ берәү: “Кәртүгегеҙҙе сәстегеҙме әле?” – тип һорай ине. Бер ҙә ғәжәп түгел, был һынлы ямғырҙарҙан батҡаҡҡа әйләнгән огородтарын һөрә алмаусылар ҙа бар ул. Мин көҙҙән ерҙе ҡаҙып ҡалдырғайным, шуға 26 апрелдә үк көндәр матур торғанда сәсеп бөттөм. Анау һыуыҡтарҙа ла һабаҡтарын күмеп өшөтмәй алып ҡалдым.

Йыл да алдан өлгөрә торһон тип, 10-15 ояны иртәрәк сәсеп, как надо перегной, көл менән ашлап, көн һайын һыу ҡойоп, өфөлдәп үҫтереп алына торғайны. Быйыл бөтәһенә лә бер иш тәрбиә булды, дөрөҫөрәге, ул артыҡ кәрәкмәне лә. Әлмөхәмәттә йәшәгәндә Факиһа инәйҙән ишеткән һәм минең өсөн лаҡапҡа әйләнгән “Ямғыр яуһа, агроном б..ымамы ул!” тигән һүҙҙәр тағы бер тапҡыр дөрөҫлөгөн раҫланы. Беренсе "ҡытыҡлаған" оя төбөндә үк бармаҡтарым ҡаҙ йомортҡаһы хәтле ҡаты, шыма нәмәне һәрмәгәс — ҡыуанысымдың сиге булманы!

...Кемгә нисектер, миңә йәйҙең иң көтөп алынған, танһыҡ мәле ул – беренсе тапҡыр яңы картуф бешереп, тоҙланған бәшмәк менән ашау. Бала саҡ тәме килгән кеүек..." - тип яҙған Рәхимә Мусина.

Ә һеҙҙең картуфтарығыҙ өлгөрмәнеме әле?

Фото һәм сығанаҡ: Рәхимә Мусина

Үҙ баҡсамдан картуф ашай башланыҡ
Үҙ баҡсамдан картуф ашай башланыҡ
Үҙ баҡсамдан картуф ашай башланыҡ
Автор:Карима Усманова
Читайте нас