Баҡса
5 Июль 2024, 01:00

Табынға тәмле бәлеш әҙерләйек

Рузалия Сиразева был юлы тәмле еләк бәлеше рецебы тәҡдим итә.

Табынға тәмле бәлеш әҙерләйекТабынға тәмле бәлеш әҙерләйек
Табынға тәмле бәлеш әҙерләйек

Баҡсаларҙа еләктең өлгөргән сағы. Рәхәтләнеп тәмле бәлеш бешереп алайыҡ.

Бының өсөн бер ҡап йомшаҡ аҡ май менән өс стакан ондо ыуабыҙ. Бер стакан шәкәр, 10 грамм ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель), ике йомортҡа ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡул менән табаға йәйәбеҙ, өҫтөнә еләк һалабыҙ.

Бешеп сыҡҡас, алдан әҙерләп ҡуйылған 200 грамм ҡаймаҡҡа өс аш ҡалағы шәкәр ҡомо һалып, блендер менән бутайбыҙ һәм өҫтөнә матурлап һылап сығабыҙ йә иһә ҡоябыҙ.

Бер аҙ ултыртып торғандан һуң, үткер бысаҡ менән телеп, тәрилкәләргә һалырға мөмкин. Тәмлелеге телеңде йоторлоҡ!

Фото һәм автор: Рузалия Сиразева.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас