Һуңғы йылдарҙа баҡсасылар гортензияның ниндәй төрҙәрен генә үҫтермәй?! Был күп йыллыҡ ҡыуаҡ йәй буйына шау сәскәлә ултырһын өсөн уны дөрөҫ туҡландырырға кәрәк.
Әлбиттә, эш яҙҙан уҡ башлана. Март айында гортензия тирәһенә 25-30 грамм азофоска гранулы һибеп сығығыҙ. Ҡар өҫтөнә һипһәгеҙ ҙә була.
Япраҡланғас, әммә сәскәләре күренгәнсе тағы бер туҡландырығыҙ. Биш литр һыуға бер миллиграмм эпин һәм 10 грамм мочевина ҡушып болғатығыҙ һәм шуны иртәнсәк йәки кискеһен ҡыуаҡҡа һиптерегеҙ.
Сәскәгә йомарланған ваҡытта өсөнсө тапҡыр туҡландырырға кәрәк. Биш литр һыуҙа өс грамм көкөртлө калий (сернокислый калий), биш грамм магний сульфаты, һигеҙ грамм көкөртлө аммоний (сернокислый аммоний) ҡушып болғағыҙ һәм гортензияға һиптерегеҙ. Бер нисә аҙнанан һуң ҡыуаҡҡа алһыу төҫтәге шыйыҡ марганцовка эретмәһе һибегеҙ.
Сәскә атҡанда 10 литр һыуға 30 грамм суперфосфат, 20 грамм аммиак селитраһы һәм 30 грамм көкөртлө калий ҡушып буталған шыйыҡсаны һибегеҙ. Август уртаһынан бындай ашлама индерергә ярамай.
Һуңғы туҡландырыуҙы вегетация тамамланғандан һуң үткәрәбеҙ. 10 литр һыуға 20 грамм көкөртлө калий һәм суперфосфат йәки 25-30 грамм фосфат монокалий ҡушабыҙ һәм ҡыуаҡҡа һибәбеҙ, унан һуң төбөнә тупраҡ өйәбеҙ.
Тик гортензия өсөн махсус ашлама ла бар. Ул “Богатая гортензия” тип атала. Заманса инновацион биоашлама шулай уҡ рододедрон, азалия, камелияны тәрбиәләү өсөн дә уңайлы. Уны ҡулланһаң, баҡса гөлдәре көҙгә тиклем шау сәскәлә ултырасаҡ.
Гортензия үҫтергән сәскә яратыусыларҙың да үҙ серҙәре барҙыр. Һеҙ ҙә үҙ фекерҙәрегеҙ, кәңәштәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото: rastenievod.com