Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
10 Июль , 20:40

Ҡыяр нимә ярата?

Гәзиттең күптәнге дуҫы Тәнзилә Ғарипова мул уңыш йыя башлаған да инде! Уңған баҡсасы үҙ серҙәрен һөйләне.

Ҡыяр нимә ярата?
Ҡыяр нимә ярата?

Гәзиттең күптәнге дуҫы, үҙенең баҡса үҫтереү серҙәре менән даими рәүештә бүлешеп торған Тәнзилә Ғарипова мул уңыш йыя башлаған да инде!

Ул ҡыярҙың төрлө сорттарын үҫтерә һәм фотолары менән социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлаша. Уға иң йыш бирелгән һорауҙарҙың береһе: “Ниндәй ашлама индерәһегеҙ?”

“Бары тик органик ашлама ҡулланам. Һыуҙы күп ҡоймайым. Һыу күп булһа, ҡыяр ауырый башлай. Помидор ҙа, ҡыяр ҙа кесерткән әсетмәһен ярата. Шул ашламаны аҙна һайын индереп торам. Бының өсөн һауыттың өстән бер өлөшөнә туралған кесерткән һалам да һыу һалып әсетәм. Шул әсетмәне 10 литрға бер сүмес һалып үҫентеләргә ҡоям. Ошонан да һәйбәтерәк ашлама юҡ!”, - ти ул.

Ә һеҙ ҡыяр ашай башланығыҙмы?

Фотолар Тәнзилә Ғарипованың шәхси архивынан алынды.

Ҡыяр нимә ярата?
Ҡыяр нимә ярата?
Ҡыяр нимә ярата?
Ҡыяр нимә ярата?
Ҡыяр нимә ярата?
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: