Уңған баҡсасыларҙың түтәлдәрендә ҡыяр, ташҡабаҡ, ҡабаҡ, помидорҙары өлгөрә лә башлаған инде. Үҙе еңел, үҙе тәмле булған ташҡабаҡтан ҡоймаҡ ҡойоп алайыҡ.
Бының өсөн ҙур булмаған ташҡабаҡты ҡабығынан әрсеп таҙартығыҙ ҙа ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Һыуы ныҡ сыҡһа, түгеп алырға ла мөмкин.
Артабан әҙер массаға ике йомортҡа, самалап тоҙ, он һалып болғатабыҙ. Блендер йәки миксер менән дә туғырға мөмкин.
Ҡыҙған табала ҡоймаҡ кеүек бешерәбеҙ. Әгәр укроп булһа, уны ла ваҡ итеп турап, ҡушырға мөмкин.
Табынға салат япрағы һәм ҡаймаҡ менән бирергә мөмкин. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Фото: russianfood.com